-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2020, 14:00

Тормош һынауҙарын үткән тыл ветераны

Оло быуын кешеләрен яҙмыш елдәре ҡайҙарға ташламаған да, ниндәй генә һынауҙар ҡуймаған. Яңғыҙҡайын ауылының ихтирамлы кешеләренең береһе, тыл ветераны, изге әсә Файруза Мөҡәддәс ҡыҙы Сәйғафарова ла үҙ тиҫтерҙәре кеүек бәләкәйҙән эшкә егелеп, бөтә көсөн Еңеү өсөн һәм илде тергеҙеүгә йүнәлткән.

Ул 1931 йылда Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуып-үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға туғыҙ йәш ярым ғына була. Был осорҙа ауыр эш ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төшә, тиҫтерҙәре күргән михнәттәрҙе Файруза ла етерлек татый.
- Күрмәгән ҡалманы инде. Атайыбыҙҙы һуғыш башланғандың тәүге көнөндә үк Өфөләге трудармияға алдылар. Әсәйем Рәхимә Вахитова ҡара таңдан көрәген күтәреп эшкә китә торғайны. Мин шул туғыҙ йәштән уның ҡайтыуына ашарға бешереп торған булам. Баҫыуҙа эшләйбеҙ, иген утарға йөрөйбөҙ. Ҡуна ятып иген һуҡҡан саҡтар ҙа булды. 1921 йылғы Ғәббәс ағайым да һуғышҡа алынып, бер нисә тапҡыр яраланды. Һауыҡҡас ҡабаттан Сталинград һуғышына инеп, шунда һәләк була, - тип хәтер йомғағын сисә Файруза әбей.
Һуғыштан һуң 14 йәштә комсомолға инә Файруза. Аҙаҡтан Стәрлегә эш эҙләргә сығып китә һәм эшселәргә ҡытлыҡ осорҙа төҙөлөшкә (СМУ-1) ташсы булып урынлаша. Уға 5-се разряд та бирәләр. Шунда эшләгәндә “Строймаш”та йәшә-гән ағаларына ял көндәрендә барып йөрөй. Бер барғанында улар: “Ҡаршыла Ҡытайҙа хеҙмәт иткән егет йәшәй, шуға кейәүгә сыҡ”, - тип әйтеп һалалар. Икенсе килгәнендә уның менән күрешеп-һөйләшергә лә тура килә һәм кейәүгә сығырға ризалыҡ та бирә. Стәрлелә бер ЗАГС бүлмәһенә кереп никахтарын законлаштырып ҡуялар. Иң тәүҙә Абдулхай Кәбир улының апаларында йәшәйҙәр, һуңынан йәштәргә бер бүлмә бирәләр. Ике йыл йәшәгәс, 1957 йылда үгәй ҡәйнәһен ҡарарға ҡайта Файруза Мөҡәддәс ҡыҙы. Яңғыҙҡайында колхозда төрлө эштәрҙә эшләргә лә тура килә уға. 1960 йылда дауахана асылғас, шунда эшкә урынлаша. Бында инде 22 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға 5 бала әсәһе булған ҡатын. Файруза Сәйғафарова 1970 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнһә, Еңеүҙең юбилей миҙалдары ла бик күп.
Тормош иптәше ғүмер буйы шофер булып эшләгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатынын, балаларын ҡалдырып 2004 йылда баҡыйлыҡҡа күскән. Файруза апай уны “һәйбәт кеше булды” тип маҡтап ҡына телгә ала. Иң оло улдары Айрат Өфөлә йәшәй, ҡатыны Таня менән игеҙәк улдар үҫтергәндәр. Икенсе улдары Марат Новосибирскиҙа Рита килендәре менән ике балаға ғүмер биреп, матур итеп йәшәп яталар. Өсөнсө улдары Фәрит мәрхүм, улар ҡатыны Раушания менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙҙары Фәриҙә ҡыҙы менән тыуып-үҫкән йортҡа йыш ҡайтып торорға тырыша. Ә инде кесе улдары Илдус тыуған ауылында төпләнгән. Ҡатыны Наилә менән ике бала үҫтереп, айырым яңы өй һалып, әсәһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр.
“Аяғымда йөрөгәндә үҙ өйөмдә йәшәйем”, - тип, ул ғүмер кисергән йортон ташларға йыйынмай. Әле лә баҡсаһына бәрәңге, йәшелсә ултыртмай ҡалмай. Теремек, зиһене салт Файруза апай беҙ килгәндә лә гәзит уҡып ултыра ине. “Табын”да оло быуын кешеләре тураһында яҙылғандарҙы һөйләп, “ошолар беҙҙең баштан үтте инде”, ти. Унан ҡатын-ҡыҙ нескәлеге лә, әсәйҙәрсә йылылыҡ та бөркөлөп тора. Ихласлығы, алсаҡлығы менән дә әсир итте. Һәр алһыу таңды донъяға именлек, балаларына иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡаршылай ул. Ниндәй генә һынауҙарға дусар булмаһын, ауырлыҡтар кисермәһен кешелек сифатын, намыҫлылыҡты, күңел сафлығын юғалтмаған. Беҙҙе лә матур теләктәр менән оҙатып ҡалды күпте күргән, кисергән тыл ветераны.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в