-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2020, 12:05

Уңған гүзәл зат

Бар ергә лә өлгөр гүзәл затҡа һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡаранйылға ауылы ҡыҙы һәм килене Гөлсөм Вәлиеваға "эш юҡ, ваҡытты нисек үткәрергә белмәйем", - тигән һорауҙар ят. Ауылда күпләп мал, бал ҡорттары тотоп, йәшелсәһен үҫтереп матур итеп йәшәй уларҙың ғаиләһе.

Иртә менән ҡояш сығып та өлгөрмәй, яратҡан эшенә ашыға ул. Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһы медсестраһы булып хәҙер инде 30 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Күрше ауылға йөрөп эшләһә лә, бер ҙә зарланмай. Саф һауа һулап, Мәндем буйының гүзәллегенә һоҡланып, һәйбәт кәйеф менән бара эшенә. Шуға ла баш табип Әмир Заһиҙуллин уның эшенән бар яҡлап та ҡәнәғәт.
- Беҙҙең табиплыҡ амбулаторияһына ҡараған ауыл-дар халҡының һәр береһен яҡшы белә. Ауырыуҙар, коллегалары менән дә һәйбәт мөғәләмәлә, карталарҙы ла тәртиптә тота. Уны һәр саҡ Әсҡәт ағай Резбаевҡа оҡшатам. Ул Сәйетбаба ауылының абруйлы табибы ине. Кемгә нисек дауа алырға үҙ фекерен әйтеп, халыҡ медицинаһын күп белеүе менән дә айырылып торҙо, - тип һөйләп үтте Әмир Ноғоман улы.
Гөлсөм Вәлиева Ҡаранйылға ауылы егете Нәзиф Ҡазихан улы менән тормош ҡороп, күркәм урында яңы өй һалып, балалар үҫтереп, тырышып донъя көтәләр. Оло улдары Салауат Стәрлелә эшләп йөрөй, икенсе ҡыҙҙары Гөлназ БДУ-ны тамамлап, лицей-интернатта эшләй, кесе ҡыҙҙары Наҙгөл 9-сы класта уҡый. Әсә кеше балаларына кәңәш биреп, ололарының хәлдәрен һорап тора. Эштән ҡайтышлай инде ҡәйнә-ҡайныһына кереп хәл белеп, һаулыҡтарын һорашып сығыуҙы ла үҙ бурысы итеп һанай ул. Улар ҙа үҙ сиратында килендәрен шатланып ҡаршы алып, көтөп торалар. Һоҡланғыс әсә лә, гүзәл эшсе лә, бар яҡтан да килгән, уңған ҡатын-ҡыҙ ул Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы.
Читайте нас в