-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 19:25

Күңелле итеп яҙ ҡаршыланыҡ

1 март көндө "Еҙем" физкультура-һауыҡтырыу комплексындағы “Ҡояшҡайҙар” студияһында шөғөлләнгән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алдылар.

Байрамда Красноусолдан, Бурлы, Ҡормантау, Родина ауылдарынан бөтәһе ике тиҫтәләп бала ҡатнашты. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Вәсилә Әбделмәнова (Мәскәй әбей) менән Динара Әхмәдова (Маша) балалар өсөн төрлө уйындар ойошторҙо. Балалар быйманы киләһе ҡышҡаса йыраҡҡа ырғытыу, саңғыла уҙышыу һәм башҡа күңелле бәйгеләрҙә теләп ҡатнашты. Масленица ҡарасҡыһын уратып йырлап, әйлән-бәйлән уйнап, бүләктәр алып ҡыуандылар. Ғөмүмән, был көндө бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Сара тәмле майлы ҡоймаҡтар менән баллап, тәмлекәсләп сәй эсеү менән тамамланды.
Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе ,“Ҡояшҡайҙар” студияһы етәксеһе, педагог-логопед-дефектолог Ләйсән Табулдина байрамды ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы етәкселегенә, Айгөл менән Марат Солтановтарға, Красноусол “Ағинәйҙәр” ойошмаһынан Фәйруза Ғибаҙуллинаға, “Мөслимә” сәләмәтлек төркөмөнә, байрамды күңелле итеп алып барған китапхана хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусы Рима Ибәтуллинаға, бағыусы АРL компанияһына һәм башҡаларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Айырыуса әүҙемдәрҙе Дипломдар менән бүләкләне. Ләйсән Ислам ҡыҙы шулай уҡ “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районы бүлексәһе Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторған “Минең атайым иң-иңе” фотоконкурсында ҡатнашып еңеү яулаған Солтановтар, Байымовтар, Табулдиндар ғаиләләренә, шулай уҡ Масленица байрамында әүҙемлектәре өсөн Бурлы мәктәбе уҡыусыларына I Дәрәжә Дипломдар тапшырҙы.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в