-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2020, 11:40

Өйрәттеләр һәм өйрәнделәр "Ғаилә" үҙәгендә үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе үтте

“Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” тип аталған файҙалы һәм матур сара үткәрҙе. Бында килеп инеү менән йылы, өйҙәгесә мөхит ҡаршы алды. Балалар ҙа рәхәтләнеп уйнап, йәшелсә-емештәрҙән ауыҙ итеп, байрам тамашаһының уртаһында ҡайнанылар.

“Ғаилә” үҙәге етәксеһе Альбина Мәҡсүт ҡыҙы Ғәзизова сараны асып, килеүселәрҙе байрам менән ҡотланы, иң йылы теләктәр еткерҙе. Күркәм, матур, наҙлы байрамға саҡырылған күп балалы әсәйҙәр Лилиә Кулагина, Александра Медведева, Айгөл Дәүләтшина һәм Гүзәл Сөләймәнова район Советы депутаты Сергей Афанасьев менән Гөлшат Ҡаҙаҡҡолованың ысын күңелдән әйтелгән ҡотлау һүҙҙәрен алҡыштарға күмеп ҡабул иттеләр.
Һуңынан йыйылыусыларҙы үҙ эшенең оҫталарынан үҙенсәлекле ике оҫталыҡ дәресе көтә ине. Красноусол “Ағинәйҙәр” ойошмаһы әүҙемсеһе һәм атҡаҙанған уҡытыусы Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева башҡорт халҡының үҙенсәлекле эсемлеге – буҙа эшләү серҙәренә өйрәтте. Һыуһынды ла, асығыуҙы ла баҫыусы шифалы эсемлекте эшләргә өйрәнгәндән һуң, әҙерләп алып киленгән буҙаны тәмләп, маҡтап эстеләр. Гөлшат Әкрәм ҡыҙы теләүселәргә компьютерҙа баҫылған рецебын да таратты. Ә инде “Красноусол” шифаханаһында алыштырғыһыҙ технолог, районыбыҙҙың күп профилле колледжында производство мастеры булып эшләгән Нина Яковлевна Калашникова йәшелсәләрҙе нәфисләп ҡырҡып, биҙәү - карвинг серҙәренә өйрәтте. Уның оҫта ҡулдарында ябай һуған, помидор, ҡыяр һәм йәшелсәләр роза, лилиә, хризантема сәскәләренә әйләнделәр. Оҫтаны үҙ күҙҙәре менән күҙәтеп тороусылар, аҙаҡтан үҙҙәре эшләп ҡарап, шундай оҫталыҡҡа өйрәнә алыуҙарына шат булды.
Сара һуңында район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина күп балалы ғаиләләргә Масленица байрамында ойошторолған “Изгелек кәрзине” акцияһына йыйылған әйберҙәрҙе тапшырҙы, барыһын да байрам менән ҡотланы. Аҙаҡтан бергәләп пирог һәм торт менән сәй эсеү ҙә байрам кәйефен тулыландырҙы, һәр кем был саранан ҡәнәғәт булып таралышты.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в