-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 13:45

Алтын ҡуллы оҫта

Производствоға өйрәтеү мастеры һөнәре етештереү хеҙмәттәре барлыҡҡа килгәндән алып йәшәп килә. Ул уҡытыусы һөнәренә бик яҡын. Әммә мастер белем биреп кенә ҡалмай, ул - юғары квалификациялы эшсе лә, остаз да, һөнәрен бөтә нескәлегендә белгән алтын ҡуллы оҫта ла.

Мастерыбыҙ Мөнир Зөлҡәфей улы Сиражетдинов тап шундай үҙ эшенең оҫтаһы булып тора ла инде. Бына хәҙер 35 йыл инде ул үҙе белгәнен, оҫталығын буласаҡ тракторсылар һәм шоферҙарға өйрәтә. Машина йәки трактор йөрөтөү танытмаһы алыуы еңел, әммә машинаның “йәнен” аңлап, уға һәйбәт кәйеф менән ултырып, аварияһыҙ йөрөтөргә һәр кем булдыра алмай, тигән фекерҙә ул. Шуға ла бының өсөн үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу ғына етмәй, алама ғәҙәттәрҙе үҙ итмәгән, ихлас, яҡшы кеше булырға ла кәрәк. Шулай тип өйрәтә ул уҡыусыларын.Мөнир Зөлҡәфей улының эш һөҙөмтәләре шатландыра, уҡыусылары ла йылдың-йылы һөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар алып килә. Ә күптән түгел II “Аҡыл эйәләре”нең төбәк чемпио-натында “Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау” йүнәлеше буйынса ҡатнашты. Өс көн барған конкурста республикабыҙ эшсе йәштәренең иң яҡшы остаздары оҫталыҡта ярышты. Көсөргәнешле бәйгелә Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы мастеры Мөнир Зөлҡәфей улы Сиражетдинов дүртенсе урын алды. Чемпионатты ябыу тантанаһында Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.Эшсе һөнәре бер ҡасан да баһаһын юғалтмаясаҡ, сөнки борон-борондан хеҙмәт йәшәү нигеҙе булып ҡала. Һөнәрен, эшен яратҡан кеше тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмай, үҙ урынын таба, уңышҡа ирешә. Коллегабыҙ Мөнир Сиражетдиновты ошо еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм алдағы эшендә уңыштар теләйбеҙ. Гүзәл ҒӘЗЕТДИНОВА,уҡытыу бүлеге мөдире.
Читайте нас в