-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 16:25

Маңлайҙар һырланһа ла, ҡартлыҡҡа бирешмәй...

12 мартта районыбыҙҙың абруйлы һәм ихтирамлы шәхестәренең береһе – бар ғүмерен ауыл хужалығы өлкәһенә бағышлаған хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Миңлеғаяз Мәһәҙи улы Рәхмәтуллин 80 йәшен билдәләне.

М.М.Рәхмәтуллин 1940 йылда Ауырғазы районының Мостафа ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Ул тыуғандың киләһе йылына ғәрәсәтле һуғыш башланып, тәүгеләрҙән булып фронтҡа киткән атаһы, 1943 йылда бер туған ағаһы хәбәрһеҙ юғала. Тормоштоң бар ауырлығы бәләкәй сабый менән ҡалған әсәһе иңенә ята. Аслы-туҡлы булһа ла үҫеп буй еткереп, мәктәпте тамамлағас, колхоз рәйесе тәҡдиме менән Стәрлетамаҡ зооветтехникумына уҡырға инә ул. 1962 йылда ҡулына зоотехник дипломы алған М.Рәхмәтуллинды йүнәлтмә буйынса Ғафури районына, “Путь Ленина” колхозына эшкә ебәрәләр. Ошонан алып бар ғүмере, эшмәкәрлеге районыбыҙға, фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлана. Яңғыҙҡайын ауылында йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Һәм ул бар белемен, тырышлығын һалып, башкөллө эшкә сума. Колхоз бик ҙур, малдар ҙа бик күп: биш һөтсөлөк, шунса уҡ һарыҡ, сусҡа фермалары була. Барыһына ла өлгөрөргә, эш менән дә, һүҙ менән дә ярҙам итергә кәрәк. Өҫтәүенә, йәмәғәт эшен дә йөкмәтеп ҡуялар - бригаданың комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара, һуңынан колхоздың профком рәйесе йөгөн тарта. 1966 йылдың мартында “Путь Ленина” колхозы тарҡалып, “Заветы Ильича”, Ленин исемендәге, “Россия” колхоздары барлыҡҡа килә.Йәш, һомғол буйлы, сибәр егет бәхетен дә Яңғыҙҡайында таба. Ауылдың иң сая, һылыу ҡыҙы – Яңғыҙҡайын участка дауаханаһы мөдире булып эшләгән Тәнзилә менән яҙмыштарын бер бөтөн итеп, ғаилә ҡоралар. Улдары Илдус тыуа. 1969 йылда иһә, ғаиләле булыуына ҡарамаҫтан, Миңлеғаяз Мәһәҙи улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Уға эшләп уҡырға тура килә, сөнки ғаиләне ҡарарға кәрәк. Институтҡа уҡырға ингәс тә М.Рәхмәтуллинды курс старостаһы итеп һайлап ҡуялар һәм ул уҡыуын был яуаплы “вазифала” тамамлай. Иң мөһиме - ул бер лекцияны ла ҡалдырмай, уҡыу алдынғыһы була. Тап ошоноң өсөн дә ул юғары уҡыу йорто уҡытыусылары араһында ла, студенттар араһында ла абруй ҡаҙана. Дип-лом алыу тантанаһында тап Миңлеғаяз Рәхмәтуллин менән ҡоролған әңгәмә инс-титутта нәшер ителгән “Колос” гәзитендә донъя күреүе күп нәмә тураһында һөйләй. 1973 йылда уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм Рәхмәтуллиндар ғаиләһе районға әйләнеп ҡайта. 1974 йылда Миңлеғаяз Мәһәҙи улын “Егән” колхозына рәйес итеп һайлап ҡуялар. Ул замандарҙа был хужалыҡ арттағылар рәтендә була. Ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙләп табыу өсөн күпме көс түгергә, тырышлыҡ һалырға тура килә. Иң ҙур проблемаларының береһе булған юл мәсьәләһе хәл ителә, 1985 йылда юл төҙөлөшө башланып, 1995 йылда асфальт һалына. Артабан колхоз рәйесе малсылыҡ биналарын ремонтлатыуға тотона. Ике бригаданы бер-береһенән айырған Егән йылғаһы аша иҫке күпер ҙә тынғылыҡ бирмәй. Иҡтисади күҙлектән сығып Миңлеғаяз Мәһәҙи улы буласаҡ күперҙең һыҙмаһын (чертёж) төҙөй. Колхозсылар (төҙөлөш бригадаһын үҙе эш башлаған ваҡытта уҡ булдыра) көсө менән планды тормошҡа ашырыуға өлгәшелә. Шулай уҡ хужалыҡ иҫәбе ысулы менән колхозда 200 башҡа иҫәпләнгән һыйыр һарайы төҙөлә. 1982 йылда йәнә уның һыҙмаһы буйынса 250 урынлыҡ ике ҡатлы мәҙәни усаҡ ҡалҡып сыға, әлегәсә ул халыҡҡа хеҙмәт итә. Ошо йылдарҙа Үтәк мәктәбенең проект-смета документацияһы төҙөлә. Ғөмүмән, урындағы халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эш итә етәксе.Шулай уҡ кадрҙар хаҡында ла онотмай рәйес, тармаҡҡа намыҫлы хеҙмәткәрҙәрҙе һәм йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә тырышлыҡ һала. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй: 1978 йылда малсылыҡтағы үҫеш өсөн “Егән” колхозына КПСС Өлкә комитетының һәм БАССР Министрҙар Советының Дипломы, шулай уҡ КПСС район Комитетының һәм район Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла. М. Рәхмәтуллин 1981 йылда БАССР Юғары Советы президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. 1983 йылда, туғыҙ йыл колхозға рәйеслек итеп ҙур тәжрибәгә эйә булған, үҙ маҡсатына ирешеүсән, кешеләр менән уртаҡ тел табып эшләгән етәксене ра-йон ауыл хужалығы идаралығына баш иҡтисадсы – начальник урынбаҫары итеп күсерәләр. Төп эшенән тыш колхоз-совхоздарҙа хеҙмәтте ойоштороуҙың хужалыҡ иҫәбе, коллектив подряд, аренда ысулы менән эшләүгә күсеү кеүек яңы формаларын индереү менән мәшғүл була. Ауыл хужалығындағы реформа ваҡытында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойоштороу менән шөғөлләнәләр, хужалыҡтар етәкселәре һәм белгестәре менән уҡыуҙар, семинарҙар, хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙар үткәрелә. Намыҫлы, лайыҡлы хеҙмәт юлы иткән М.Рәхмәтуллин 1998 йылда хаҡлы ялға сыға. Әммә тынғыһыҙ ветеран бүлекте ташламай, тик ятыуҙы хуп күрмәй. Ул район күләмендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, район гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә. Элекке хеҙмәттәштәре менән осрашҡанда әленән-әле алыҫта ҡалған йылдарҙы һағынып иҫтәренә төшөрөп, районыбыҙ данын күтәреүҙә, хужалыҡтар үҫеше өсөн ал-ял белмәй, бар көстәрен һалып эшләүҙәре хаҡында хәтер йомғағын тағаталар. Уға үҙенең хәтирәләре, үҙе эшләгән дәүер, ауыл хужалығының хеҙмәт батырҙары хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға, йәғни был тармаҡта тотош район тарихын мәңгеләштерергә тәҡдим итәләр. Яҡшы хәтерле Миңлеғаяз Мәһәҙи улы ҡулына ҡәләм алып, дәртләнеп эшкә тотона. Кәрәкле мәғлүмәттәр эҙләп архивтарҙа ла ултырырға тура килә уға һәм ярайһы ғына материалдар туплана. Мәҡәләләр “Табын” гәзите биттәрендә “Тарих биттәренән” тигән рубрика менән “Онотолмаҫ йылдар” исеме аҫтында донъя күрә. Уларҙы туплап, ошо уҡ исемдә башҡорт һәм рус телдәрендә бай йөкмәткеле йылъяҙма-китап баҫтырып сығарыуға өлгәшә. Миңлеғаяз Мәһәҙи улы тормош юлдашы Тәнзилә Заһретдин ҡыҙы (үҙәк район дауаханаһының гинекология бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған) менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Иң өлкәне – Илдус атаһы кеүек иҡтисадсы, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, ғаиләһе менән Красноусолда төпләнгән. Ҡыҙҙары Гөлшат әсәһе юлын дауам итә, Өфөлә - акушер-гинеколог, Илшат Себер тарафтарында эшләй. Бөгөн Рәхмәтуллиндар үҙҙәре һалып ингән йорттарында алты ейән-ейәнсәргә ҡартатай-ҡартәсәй булып, иңгә-иң терәшеп бәхетле ҡартлыҡта ғүмер итәләр.Хөрмәтле юбиляр Миңлеғаяз Мәһәҙи улына рух ныҡлығы, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күтәренке кәйеф теләйбеҙ.Индира ИШКИНА.
Читайте нас в