-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 11:30

“Йырҙарым менән йәшәйем!”

31 мартта яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республика-һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһим исемендәге премия лауреа-ты, композитор Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимранов (Ғимрани) 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Өфө ҡалаһында тыуып-үҫеп, балалыҡ-үҫмер йылдары Үзбәк ауылында үтә. Мәктәптән һуң һөнәрселек училищеһын, һуңынан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлай. Армия сафында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, клуб мөдире, мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Байтаҡ йылдар ҡала мәктәптәрендә балалар уҡыта, мәҙәниәт йортонда эшләй. Буш ваҡытында Рәмил Ғимрани йыр яҙыу, шиғыр һәм хикәйәләр өҫтөндә эшләй. Ул хәҙер 230-ҙан ашыу йыр авторы. Уның йырҙарын Т.Үҙәнбаева, Ғ.Ильясов, А.Бәхтиева, З.Мәхмүтов, Р.Әсәҙуллина, Ф.Абдуллина, А.Абдуллин, Л.Ишемйәрова, Х.Шәрипов, А.Шаһиев, А.Дәүләтханова кеүек билдәле йырсылар башҡара. Ижад емештәре радио, телевидение аша яңғырап, матбуғат баҫмалары биттәрендә донъя күреп килә.Ижады һағышлы, лирик һәм дәртле йырҙарҙан тора. Йырҙары ололарға ғына түгел, кесе йәштәгеләрҙең дә күңеленә хуш килә. Уның “Бесәйем” (А.Басирова шиғырына ижад ителгән), “Өй эйәһе” (Р.Шәмсетдинова һүҙҙәре), “Шаула, бала саҡ” (В.Ғүмәров), “Гимназиям” (К.Булат), “Усаҡ” (З.Хөсәйенова) йырҙарын балалар яратып башҡара.Композиторҙың “Ҡайтыр-мын, әсәйем”, “Үҙем генә белгән юл менән”, “Рәнйемә”, “Яҙмышым бүләге”, “Яңғыҙ итмә”, “Һуңланың”, “Көҙгө ямғыр”, “Ғүмерем миҙгелдәре”, “Гәлсәр шишмә”, “Йәшлегем тирәктәре” кеүек йырҙары Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда ла ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Татарстандың мәшһүр йырсыһы, профессор Венера Ғәниева, популяр йырсылар Салауат Фәтхетдинов, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Зәйнәп Фәрхетдинова, Илсаф, Азат Хөсәйендәрҙең Р.Ғимрани ижадына мөрәжәғәт итеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.Рәмил Мөхәмәтхәй улының йырҙарынан торған 100-ҙән ашыу аудиокассеталар, компакт-дискылар һәм видеояҙмалар сыҡты. Композиторҙың “Ҡайтырмын, әсәйем” (1994), “Күңелем сәскәләре” (1996), “Эстәрлем” (1998), “Розаларым” (2000) исемле йыр китаптары, “Стәрлем минең”, “Төйәгемдә таң”, “Балҡыштар” (2004), “Гәлсәр шишмә” (2005), “Үрмәксе ауы” (2008), “Йырҙарым менән йәшәйем” (2015), “Һыуытмайыҡ атай нигеҙен”, “Хәрефтәр һөйләшә” (2019) шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтыҡтары донъя күрҙе.Р.М.Ғимранов һәр ерҙә үҙен сағыу таланты, һәләте менән балҡыған шәхес, йырсы, музыкант, композитор, шағир һәм уҡытыусы итеп танытты.Тиҙҙән Рәмил Ғимрани үҙенең ижадташ дуҫтары менән йырлы-моңло сәфәргә сыға. 65 йәше уңайынан “Йырҙарым менән йәшәйем!” тип исемләнгән юбилей кисәләрендә республиканың билдәле йырсылары Азамат Тимеров, Ғәзим Ильясов, Фирзинә Абдуллина, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Айнур Абдуллин, Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар, Мират Хакиев, районыбыҙ һандуғастары Рәзилә Хәбибуллина, Гөлфирә Бәширова, йырсылар Булат Йосопов, Ҡадир Ишбулдин, Фәнзил Ғәлин, Рәмил Ҡотдосов (ҡурай), Илшат Хәбибуллин (бейеү), Наил Вәлиев (баян) сығыш яһай. Улар 20 мартта - Бурлы, 21 мартта Үзбәк ауылдары халҡы менән осрашмаҡсы. 3 апрелдә юбилей концерты Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙасаҡ. Сихри йырлы-моңло ижад кисәләренә рәхим итегеҙ, дуҫтар!И.ӘЛИБАЕВА.
Ғәзиз ерем, һиңә тау сатнатып илап,Килеп китер өсөн тыуманым.Һинең көсөң, бар һулышың тойоп,Йөрәк тибешеңде тыңланым.Көс-ҡөҙрәтең тойҙом һулышыңдан,Иңдәремдә ҡанат нығыттым.Кеше тигән бөйөк исемемдеҺаҡлап ҡалыр өсөн тырыштым.Ризамын мин яҙмышыма бөгөн,Бәхетлемен, тиеп былай ҙа.Бар дуҫтарым, һеҙгә рәхмәтлемен,Шөкөр итәм шуға Хоҙайға.Рәмил ҒИМРАНИ.
Читайте нас в