-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март 2020, 11:45

Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Күптән түгел Красноусолдағы 1-се мәктәптә “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә Ғафури районының өлөшө” тигән темаға фәнни-практик конференция (икенсе этап) үтте. Унда район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, ауыл хакимиәте башлыҡтары, хеҙмәт коллективтары, тыл ветерандары, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.

Сарала яу ҡырҙарында ҡыйыу алышҡан яҡташтарыбыҙ тураһында эҙләнеү эштәре, докладтар, шиғырҙар тыңланды. Бер төркөм тыл ветерандарына Еңеүҙең 75 йыллығына сығарылған юбилей миҙалдары тапшырылды.Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов конференцияны асып, йыйылыусыларҙы тәбрикләне. Ул үҙ сығышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына күп ҡырлы әҙерлек эштәре, шул йәһәттән һуғыш ветерандарының, уларҙың ҡатындарының йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы, һаулыҡтарын нығытыуҙы хәстәрләүҙе, обелискылар, һәйкәлдәрҙе яңыртыу, һуғыш батырҙарының, тыл ветерандарының иҫтәлектәрен мәңгеләштереү өсөн төрлө саралар үткәреү күҙ уңында тотолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Конференцияға саҡырылған К.А.Баймырҙин, М.Г.Ғүмәров, З.Д.Килмөхәмәтов, А.И.Матвеев, В.Ф.Сафаров, Г.Ш.Йәрмөхәмәтовты тәбрикләп, уларға “Еңеүҙең 75 йыллығы” миҙалын тапшырҙы һәм “Ғафуриҙан һуғыш йылдарында хәрби хеҙмәткә 13 меңдән ашыу кеше саҡырылып, уларҙың 4861-енә яу яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бөгөн районыбыҙҙа 5 кенә ветеран йәшәй, уларға Еңеү байрамын иҫән-һау ҡаршылап, ҡоростай һаулыҡта, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын”, - тигән теләктәрен дә еткерҙе. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова “Тарих феномены булараҡ совет халҡының еңеүе" тигән темаға сығыш яһап, яу батырҙарының, тыл ветерандарының, һуғыш осоро балаларының Еңеүгә индергән өлөшөн әйтеп китте. “Уларҙың беҙҙең яҡты киләсәк өсөн күрһәткән батырлыҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ”, - тип өҫтәне ул. Һуңынан сараға йыйылыу-сылар һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.Уҡытыусы-ветеран, Ҡауарҙы ауылы ветерандар советы рәйесе Рим Насиров “Һуғышта ҡатнашыусы Ҡауарҙы мәктәбе уҡытыусылары” тигән теманы конференцияла ҡатнашыусыларға яҡтыртты.- Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланып, ошо йәһәттән 75 йыллығын байрам итеү айҡанлы был сара ойошторолоуы бик урынлы. Иҫкә алырлыҡ, һөйләшеп фекер алышырлыҡ нәмәләр күп кенә, бигерәк тә йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә мөһим булып тора. Ауылдан киткән яугирҙарҙың 135 тирәһе генә иҫән-һау ҡайтҡан. Ҡорбан булғандар 225 тирәһе, тимәк, бөтәһе 360-ҡа яҡын ир-егет фронтҡа алынған. Уларҙың батырлыҡтары, хеҙмәттәре, һуғыштан һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙәге тырышлыҡтары һәм изгелектәре өсөн рухтары алдында рәхмәт белдерәм, - тип тамамланы Рим Әхтәрей улы сығышын.Красноусолдағы 3-сө мәктәптең тарих уҡытыусыһы Ирина Викторовна Фокинаның “Бөйөк Ватан һуғышында Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусылары”, Табын мәктәбе уҡытыусы-ветераны Любовь Викторовна Волкованың “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Табын ауылы халҡының Еңеүгә өлөшө”, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Ольга Петровна Безовчуктың “Ғафури районының “Үлемһеҙ полкы” тигән сығыштары ла ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Ысынлап та, “Үлемһеҙ полк” сафы ла йылдан-йыл арта, беҙ ҙур ғорурлыҡ менән атай-олатайҙарыбыҙҙың фотоларын тотоп Еңеү байрамында парадта уҙабыҙ, башҡа ваҡытта өйөбөҙҙең түренә элеп ҡуябыҙ, был да батырҙарыбыҙға ҡарата ҙур хөрмәт булып тора.Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Яна Йосопованың “Ғафури районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында”, 10-сы класс уҡыусыһы Аделина Вафинаның “Ғафуриҙар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында” тигән эҙләнеү эштәре лә бай йөкмәткеле һәм урынлы булды.Мәктәп залында рәссамдар тарафынан эшләнгән ҙур картиналар ҙа иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә ине. 1-се мәктәп уҡыусылары Анна Машкова һәм Юля Вязовцева ентекләп “Бөйөк Ватан һуғышы рәссамдар күҙлегенән” тигән темаға һуғыш йылдары ғәрәсәте, тетрәндергес ваҡиғалар, Еңеү шатлығы кәүҙәләндерелгән картиналар менән яҡындан таныштырҙы.2-се мәктәптең 11-се класс уҡыусылары Марина Холстинкинаның “Әсә тураһында баллада”һы (Ольга Киевская) һәм Александра Рогожинаның “Суд иҫтәлеге” (Егор Исаев) шиғырҙарын тасуири итеп ятҡа һөйләүҙәре һәр кемдең йөрәк ҡылдарын сиртеп үткәндер. Тәүге шиғырҙы тыңлағанда хатта күптәр күҙ йәштәрен тыйып тота алманы.Сара һуңында Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылауға арналған был мөһим һәм әһәмиәтле сараны хуплап, конференция-ла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в