-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март 2020, 19:05

Табын ауылында - табын

Табын ауылы ағинәйҙәре "Башҡорт халҡының милли ризыҡтары" тип исемләнгән йыйынға үҙҙәренең рухташтарын - милләтебеҙгә хас йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестәребеҙҙе тергеҙеп, киләһе быуынға тапшырыуҙы, быуындар бәйләнешен нығытып, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙы тәүмаҡсат итеп алған район ағинәйҙәрен ҡабул итте.

Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдиновтың, Ғафури табындары ойошмаһы рәйесе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙиндың, ауыл биләмәһе башлығы, мәктәп директоры, ветерандар советы етәкселәренең ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы сараға мәртәбә өҫтәне, йыйындың абруйын күтәрҙе.
Флүзә Фәрит ҡыҙы Ғүмәрова ҡунаҡтарҙы ауыл "Ағинәй" ойошмаһы ағзалары менән яҡындан таныштырып, башҡарған эштәренә байҡау яһаны: ағинәйҙәр шөғөлләнер өсөн айырым бүлмәле булғандар, сағыу милли кейемдәр тектергәндәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәбир ҡыҙы Йәнмырҙина менән берлектә уҡыусы балалар өсөн төрлө тәрбиәүи саралар үткәргәндәр, урам байрамдары ойошторғандар, район һабантуйында ҡатнашҡандар, үткән йыл август айында үҙ тирмәләрендә алты ра-йон ағинәйҙәрен ҡабул иткәндәр, тәжрибә уртаҡлашҡандар.
Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Флүзә Фәрит ҡыҙы шулай уҡ ҡул эшенә маһир ағинәйҙәрҙең исемдәрен үтә йылылыҡ менән һанап китте. Бына улар: Нуръямал Күсәрбаева, Флүзә Килмөхәмәтова, Гөлнур Әбдесәлимова, Хәмдиә Сәғирова, Әлфиә Мөхәмәтйәнова, Зөһрә Алмаҡаева, Миләүшә Кәримова. Оҫталарҙың бәйләп, сигеп, күҙ нурҙарын яғып эшләгән эштәренән бай күргәҙмә ойошторолғайны, ә Гөлшат Вахитова улы Алмаз етештергән һабындарҙы һатыуға тәҡдим итте.
Ҡунаҡтар байрамда Лүзә Хәмзина, Әлфиә Бикбулатова, Филизә Ғүмәрова әҙерләп килтергән милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалманы, һәр төрөнә арналған йырҙар тыңлап, бейеүҙәр ҡарап, йомаҡтар сисеп, уйындар уйнап кинәнде, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы менән бергә күңел асты, дәрт һәм илһам алып, Табын ағинәйҙәренең берҙәмлегенә, сценарий авторы ағинәй Рәйсә Вәғизованың тамашаны матур итеп алып барыуына һоҡланды, табындарҙың милли ризыҡтарҙан һығылып торған табынына рәхмәт әйтеп таралышты.
Рәмзиә МОНАСИПОВА,
Ғафури районы "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе.
Читайте нас в