-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 12:00

Йырлап йәшәүсе ауылдар

Йыр кеше күңеленә ҡыуаныс та, йыуаныс та бирә. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, шатлығын да, ҡайғыһын да уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата, тәбиғәткә һоҡлана. 11 мартта Бурлы мәҙәниәт йортона ауыл биләмәләре араһындағы “Йырсы ауыл” республика конкурсының икенсе этабына районыбыҙ йырсылары йыйылды. Конкурс шарттарына ярашлы халыҡ һәм ретро йырҙар башҡарылырға тейеш ине. Ҡатнашыусыларҙың конкурсҡа бар яҡлап әҙерлекле килеүҙәре һөйөндөрҙө.

Конкурс республика Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған. Сығыш яһаусыларҙы компетентлы жюри - Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһы филиалы мөдире Әлфиә Хәлил ҡыҙы Грязнова, РХИҮ-нең вокал һәм хор жанры буйынса төп белгесе, Рәсәй фольклор союзының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлеге етәксеһе Наталья Михайловна Кондакова, РХИҮ-нең Күмертау ҡалаһы филиалының әйҙәүсе белгесе, йырсы, республика йыр конкурстары лауреаты Айгөл Исмәғил ҡыҙы Ильясова баһаланы.
Алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин конкурстың беренсе этабында 24 вокаль ансамбль, шул иҫәптән 500 кеше ҡатнашҡанлығын да әйтеп үтте.
Бына сәхнәгә берәр кеше сығып, үҙ ауылының эшсән, алға ҡараусы, күп балалы, икмәк үҫтереүсе, ҡунаҡсыл һәм башҡа сифаттарын данлай. Уларҙың бергәләп: “Ә беҙ бергә – йырсы ауылдар”, - тип ғорурлыҡ менән әйтеүҙәре иһә районыбыҙҙың һәр бер ауылында таланттар күплеген күрһәтә.
Конкурсты 15 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында Красноусолдан 6 йәшлек Заһиҙа Ҡотдосова “Ерән ҡашҡа” башҡорт халыҡ йыры менән асып ебәрҙе, икенсегә “Әсәйемә” йырын башҡарҙы. Конкурстың иң бәләкәй ҡатнашыусыһы булһа ла, үҙен сәхнәлә иркен тотоуы, тауышы асыҡ, моңло булыуы менән барыһын да әсир итте. “Наҙ” балалар вокаль ансамбле (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, етәкселәре Д.Ғ.Абдуллина) конкурсҡа “Аҡ ҡайын”, “Әсәйем - йәнем һин” йырҙарын тәҡдим итте. Республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында лауреат булған ансамблдең бер нисә тауышҡа башҡарылған йырҙарын да тамашасылар һәм жюри тын да алмай тыңланы.
56 йәштән өлкән яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында Аҡкүл ауылынан Наталья Валентиновна Исламуратова үҙенсәлекле итеп рус халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Мораҡ ауы-
лынан Надежда Ануфриевна Иванова менән Надежда Франзиновна Тимофеева (“Надежда” вокаль дуэты, етәкселәре Р.Ш.Усманова) башҡарыуында сыуашса “Мин ҡайтырмын”, Родина ауылынан 78 йәшлек Валентина Васильевна Медведева (етәксеһе К.А.Соколов) рус халыҡ йырын, Имәндәш ауылының “Әхирәттәр” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле (етәкселәре Р.М.Рәшитов) “Аға шишмә”, “Үткән ғүмер” йырҙарын һоҡланғыс итеп башҡарҙылар. Шулай уҡ конкурсҡа Архангелка ауылының “Лейся, песня” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле (етәкселәре И.С.Савченко) рус халыҡ йырҙарын, Еҙем-Ҡаран ауылының ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле (етәкселәре Г.Ф.Шафиҡова) “Йыйҙым еләк”, “Һалдаттар”, ошо уҡ ауылдан Динислам Шафиҡов (46 йәш) “Ауыл көйө”н, “Шахта” халыҡ йырын алып килгән. Сәйетбабанан “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле (етәкселәре Г.Х.Байбулдина) төрлө йәштәге номинацияла “Ноғайбәк”, “Нардуған”ды, шулай уҡ уларҙың “Аманат” эстрада фольклор ансамбле (етәкселәре И.Х.Байбулдин) “Аманат” башҡорт халыҡ йырын, “Аҡһаҡ ҡола” эпосынан өҙөк тәҡдим итте. Вокаль ансамблдәрҙең 36-55 йәшкә тиклемгеләр араһында яңғыҙҡайындарҙың “Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар эстрада ансамбле (етәкселәре Р.Р.Лоҡманова) “Миләштәрем”, “Эҙләнем, табалманым” йырҙарын, Табын казак халыҡ хоры (етәкселәре Н.П.Хәбибуллина) “Казак уходит на войну”, “Эх, казаки”, шул уҡ ауыл-дан Мгер Аванесян 36-55 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында “Синяя вечность”, “Королева красоты” йырҙарын күңел һалып башҡарҙы.
Элек-электән кеше йырлап йәшәгән, уны юлдаш иткән. Һәр халыҡтың үҙенең ғорурланырлыҡ, быуындан-быуынға тапшырырлыҡ йырҙары бар. Ауылдарыбыҙ йырсыларының, оҫта баянсыларҙың ошо конкурста ҙур теләк менән ҡатнашып, донъянан йәм табып, йырлап йәшәүҙәренә “афарин” тиергә генә ҡала. Ә конкурс һөҙөмтәләре апрелдә билдәле буласаҡ.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в