-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 20:20

Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ

17 мартҡа ҡарата Башҡортостанда яңы типтағы коронавирус менән сирләү осраҡтары теркәлмәне. Шулай булһа ла республикала халыҡтың күпләп “яңы киҙеү”ҙе йоҡтороуына юл ҡуймау өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.Ғәжәп, әммә төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре иң насар хәлгә әҙерләнә һәм магазиндарҙа ҡарабойҙай һәм башҡа ярманы, бәҙрәф ҡағыҙын күпләп һатып ала башлаған. Район гәзите редакцияһы хәлгә асыҡлыҡ индерә.

18 мартта БР Ауыл хужалығы министрлығында төбәктәге социаль әһәмиәтле продукттар баҙарындағы хәлде тикшереү буйынса штабтың беренсе ултырышы булып үтте. Штаб составына ингән төбәк аграр ведомствоһы, Дәүләт сауҙа комитеты, Россельхознадзор, сауҙа селтәрҙәре, тармаҡ берекмәләре вәкилдәре, аҙыҡ-түлек баҙарында паника өсөн сәбәп юҡ, тип белдерҙе. Республика агросәнәғәт комплексы предприятиелары эшкәртеү өсөн ҙур сеймал запасына эйә, эшкәртеүсе производство ҡеүәте продукция сығарыуҙы арттырырға ла һәләтле. Сауҙа селтәрҙәренең бүлеп таратыу үҙәктәрендә аҙыҡ-түлек менән өҙөклөктәр юҡ, яҡын көндәрҙә көтөлмәй ҙә. Аҙыҡ-түлек импортына ла сиктәр асыҡ. Ниһайәт, иң мөһиме – ҡайһы бер аҙыҡ-түлек тирәһендә ығы-зығы башлыса социаль селтәрҙәрҙә, “мессенджерҙарҙа” һәм ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа ишетеп, шикле, дөрөҫләнмәгән хәбәрҙәр таратылыуы менән бәйле.
“Башҡортостан үҙе ҡулланғанға ҡарағанда күберәк етештерә. Әле республикала аҙыҡ-түлек запасы тағы кәмендә ярты йылға етерлек”, - тип белдерҙе ошо көндәрҙә рес-
публика вице-премьеры, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев, бүлеп таратыу селтәрҙәре ваҡытында тулыландырып торорға өлгөрмәгәнлектән магазин-дарҙа ҡарабойҙай һәм башҡа бакалея ризыҡтары кәштәләре бушап ҡала, тине.
Юғарыла телгә алынған продукцияның хаҡы артырға тейеш түгел. Йәшелсә, емеш-еләккә хаҡ бер аҙ күтәрелһә лә, ул миҙгел менән бәйле, ә бакалея төркөмө ҡыйбатланманы, ти Гусев.
Красноусолдағы “Пятерочка” супермаркеттарында был көндәрҙә ниндәйҙер сираттар һиҙелмәне, шулай ҙа менеджерҙар ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә – ярма, тоҙ һәм башҡаларға һорау артыуын билдәләй.
- Тыныс ҡына эшләйбеҙ, ажиотаж юҡ, - тине бер магазин мөдире. – Тауарҙарға ҡытлыҡ юҡ, кәштәләр тулы. Үҙәк келәттәрҙә продукция баштан ашҡан – бер нисә айға алдан тултырыулы.
Райондағы хәл тураһында ентекле мәғлүмәт менән Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары И.А.Небогатова уртаҡлашты.
- Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡушыуы буйынса һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы көн һайын аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ булмаған тауарҙарҙың хаҡына мониторинг үткәрәбеҙ. Беҙ күҙәтеүҙә тотҡан тауарҙар исемлеге 47 позициянан тора. Элек беҙ хаҡтарға бары аҙна һайын мониторинг яһай инек һәм ул социаль әһәмиәтле туҡланыу тауарҙарына ғына ҡағыла ине, хәҙер иһә беҙҙең күҙ уңына санитар-гигиена битлектәре, антисептиктар, һабын, теш пастаһы, бәҙрәф ҡағыҙы, кер йы-уыу порошогы, балалар подгузниктары, шырпы һ.б. сәнәғәт тауарҙары ла инә, - ти Ирина Анатольевна. – Ваҡлап һатыу хаҡтарын мониторинглау 4 магазинда (“Әкиәт”, “Ҡарлуғас”, “Мечта”, ШЭ Вәлиевтың аҙыҡ-түлек магазины) һәм “Мастер” күмәртәләп һатыу базаһында уҙғарыла. Федераль магазин селтәрҙәрендә хаҡтарҙы төбәк кимәлендә контролдә тоталар. Район хакимиәте тарафынан тәжрибәле, төплө белгестәрҙән торған махсус эшсе төркөм төҙөлдө.
Урынбаҫар әйтеүенсә, был магазиндарҙа хаҡтарҙан тыш тауарҙарҙың ниндәй даимилыҡ менән килтерелеүе, тауар запасы күләме тикшерелә, ихтыяждың, ҡулланыусылар ҡылығының ниндәй яҡҡа үҙгәреүе өйрәнелә.
- Раҫланған исемлек буйынса тәүге мониторингты 18 мартта уҙғарҙыҡ – тине И.А.Небогатова. – Магазиндарға тауарҙы аҙнаһына ике тапҡыр килтерәләр. Һатып алыусылар яғынан ярмаларға: ҡарабойҙай, дөгөгә, шулай уҡ шәкәр, тоҙ, шырпыға һорау артҡан. Шул уҡ ваҡытта һуңғы көндәрҙә хаҡтар үҙгәрмәгән.
Бөгөнгө көнгә, Ирина Анатольевна белдереүенсә, магазиндарҙа запас етерлек. Юл ыңғай “Пятерочка” һәм “Магнит” селтәре магазиндарына кереп сыҡтыҡ. Етәкселәре әйтеүенсә, тауар көн һайын килтерелә, аҙыҡ-түлек менән өҙөклөктәр булғаны юҡ икән. Беҙ кергәндә “Пятерочка”ла шәкәр менән тоҙ юҡ ине. Тик быға, хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, коронавирус менән бәйле ығы-зығы түгел, ә продукция ебәреүсе заводтарҙың ремонтҡа туҡталыуы сәбәпсе. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ элекке кимәлдә.
“Мастер” ЯСЙ-е аҙыҡ-түлек келәте вәкилдәре һүҙҙәренсә, һуңғы өс көндә һатып алыусылар ҡарабойҙай, дөгө, көнбағыш майы, он һәм сәйҙе алып бөткәндәр. Хәҙер йәмғиәт етәкселеге тауарҙарҙы күберәк күләмдә һатып алып ҡайтырға ниәтләй. Күмәртәләп һатыу келәттәрендә хаҡтар элекке кимәлдә әле, тинеләр мониторинг буйынса эшсе төркөм ағзалары.
Шулай итеп, аҙыҡ-түлек тауарҙарына һорауҙың әүҙемләшеүенә коронавирус түгел, ә халыҡтың үҙе лә аңламайынса ығы-зығы тыуҙырыуы сәбәпсе. Ә бит республикала аҙыҡ-түлек запасы етерлек.
Кешеләр магазиндарҙа ризыҡ бөтөп ҡуйыр тип ҡурҡа. Әммә күпләп һатып алып үҙенә генә зыян итә. Сөнки шул уҡ ярманы өй шарттарында дөрөҫ һаҡлау мөмкин түгел. Келәттәрҙә иһә тейешле температура режимы тотола. Шуға ла властар бөгөн артыҡ күп итеп ашамлыҡ һатып алмаҫҡа саҡыра – боҙолоуы бар. Республика етәкселеге магазин кәштәләрендә тауарҙар етешмәүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ тип вәғәҙә итә.
Ринат ҠӘЙҮМОВ.
Читайте нас в