-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 14:05

Электрон сертификат

Бала табыу сертификатын электрон формаға күсереү буйынса пилот проекты илдең һигеҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла эш башлай.

Программаны Хеҙмәт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Социаль страховкалау фонды тормошҡа ашыра.
Әлеге көндә буласаҡ әсәләр бала табыу сертификатын медицина учреждениеларына ҡағыҙ форматында килтерә. Социаль страховкалау фонды уның буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, бала табыу йорттары һәм перинаталь үҙәктәрҙең, сабыйға бер йәш тулғансы балалар поликлиникаһының хеҙмәттәрен түләй.
Сертификат электрон формаға күскәс, буласаҡ әсәйҙәргә бер ниндәй ҙә ҡағыҙ йөрөтөргә кәрәкмәй, мәғлүмәт ведомство-ара эшмәкәрлек сиктәрендә тараласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы электрон форматҡа күсерелгәйне. Бы-йыл шулай уҡ электрон хеҙмәт кенәгәһе барлыҡҡа киләсәк.
Был эштәр “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы алып барыла.
Читайте нас в