-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 16:00

Ынйы кеүек булһын тештәрегеҙ! Красноусолдағы 2-се мәктәптә стоматология кабинеты асылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла юлдар асты. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың белем усаҡтарында республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән ғәмәлгә ингән “Ҡанатлан” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар бар. Уларҙың береһе - “Сәләмәт йылмайыу” модуле.

18 мартта Красноусолдағы 2-се мәктәптә ошо проект сиктәрендә стоматология кабинеты асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, үҙәк ра-йон дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев ҡатнашты. Ҡунаҡтар балаларҙы яңы стоматология кабинеты асылыу уңайынан йылы тәбрикләне. “Тештәрҙең һау булыуы балалар организмы өсөн бик мөһим. Бөгөн беҙ “Ҡанатлан!” республика мәғариф проектына ярашлы ошо күркәм кабинетты асабыҙ. Ваҡытында профилактика саралары үткәреү, заманса ҡорамалдарҙа дауалау балаларҙың тештәре сәләмәт булһын өсөн эшләнә”, - тине Фәнзил Фәйез улы.
Стоматология кабинетын асыуға республика бюджетынан 1 миллион һум аҡса бүленгән. Тәүҙә бинала ремонт эшләнгән, заманса ҡорамалдар урынлаштырылған, лицензия алынған. Үҙәк район дауаханаһы тейешле дарыуҙар һәм материалдар менән тәьмин иткән. Сағыу төҫтәргә буялған, уңайлы йыһаздар менән йыһазландырылған кабинетта балаларҙы һәр аҙнаның шаршамбы һәм йома көнө район дауаханаһының 1-се категориялы теш табибы Светлана Ғәниева ҡабул итәсәк.
Бындай стоматология кабинеттары 800-ҙән ашыу бала уҡыған белем биреү учреждениеларында асыла. Бөтәһе республикала 61 мәктәптә стоматология кабинеттары асыу күҙаллана.
Читайте нас в