-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2020, 18:45

Хеҙмәтте һаҡлау айлығы

РФ Хеҙмәт кодексына һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 12 авгусындағы “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтте һаҡлау айлығы уҙғарыу тураһында” Ҡарарына ярашлы, апрелдә хеҙмәтте һаҡлау айлығы уҙғарыла. Бына бер нисә йыл инде был айлыҡ хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге төп ваҡиға булып тора.

Хеҙмәтте һаҡлау айлығының маҡсаты - предприятие, учреждениеларҙа хеҙмәтте һаҡлауҙы һәм эш шарттарын яҡшыртыу, производствола бәхетһеҙлек осраҡтарын һәм һөнәри сирҙәрҙе булдырмау. Айлыҡтың бурысы - эш биреүселәр тарафынан хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге хоҡуҡтарын тулыһынса бойомға ашырыу, сәләмәт һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары менән тәьмин итеү, социаль партнерлыҡ принциптарын бойомға ашырыу йәһәтенән эштең әүҙемләштерелеүе.
Айлыҡ осоронда бөтә төр ойошмаларҙа эшләүселәргә эш урынында хеҙмәт шарттары һәм уны һаҡлау торошо, булған зарарлы факторҙар, хәүефтәр, уларҙы мөмкин тиклем кәметеү ысулдары хаҡында мәғлүмәт еткереп, уларҙы хеҙмәт шарттарын махсус баһалау һөҙөмтәләре менән таныштырып, семинарҙар, лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, әңгәмәләр үткәрелә.
Айлыҡты уҙғарыуға әҙерлек барышында уны уҙғарыу буйынса комиссия төҙөлә, ул, үҙ сиратында, саралар планы эшләй. Комиссия ағзалары бүлексә етәкселәре менән берлектә ойошмала хеҙмәтте һаҡлауҙың ысынбарлыҡтағы торошо, хеҙмәтте һаҡлауҙың ни кимәлдә финансланыуы һәм әгәр булһа, имгәнеүҙәрҙең сәбәптәре тураһында мәғлүмәт-аналитик материалдар әҙерләй.
Раҫланған планға ярашлы, комиссия структур бүлексәләр етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында элекке айлыҡтар, эш шарттарын махсус баһалау, хеҙмәткәрҙәрҙең ялыуҙары, һөнәри хәүефте баһалау һөҙөмтәләре ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлөүен, хеҙмәтте һаҡлау йәһәтенән коллектив килешеүҙәрҙең үтәлеүен, технологик, хеҙмәт дисциплинаһы һәм производство мәҙәниәте торошон һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерә.
Раян ҠОТЛОБУЛАТОВ,
Көньяҡ-көнсығыш район-ара Халыҡ мәшғүллеге үҙәге Ғафури районы буйынса бүлегенең хеҙмәт буйынса белгесе.
Читайте нас в