-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Март 2020, 12:10

Иртә асыҡлау мөһим

1996 йылдан алып Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән 24 март рәсми рәүештә Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип билдәләнә. 1882 йылдың ошо көнөндә немец микробиологы Роберт Кох туберкулез сирен тыуҙырыусы микобактерияларҙы асыҡлай. Был көндөң маҡсаты – халыҡҡа туберкулез (үпкә сире) тураһында мәғлүмәт еткереү.

Башҡортостан Республикаһында был көнгә ҡарата һәм сирҙе профилактикалауға йүнәлтелгән күп саралар үтә. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы 19–30 мартта 8-800-700-90-30 телефоны аша “ҡыҙыу бәйләнеш” линияһы асты. Белгестәр туберкулез буйынса эпидемиологик хәл, профилактика саралары, мотлаҡ медицина тикшереүе (Манту, Диаскинтест өлгөләре, флюорография) тураһындағы һорауҙарға яуап бирә.
Сирҙең билдәләре
Туберкулез – төрлө органдарҙы: үпкә, тире, эсәклек, күҙҙәрҙе зарарлаусы йоғошло сир. Уны таратыусы төп сығанаҡ – сирле кеше. Ул йүткергән, сөскөргән, һөйләшкән саҡта ҡаҡырыҡ, төкөрөк тамсылары 1,5 метрға тиклем тарала. Сирҙең тәүге билдәләре: ике аҙнанан ашыуға һуҙылған йүтәл, аппетит юғалыу, кәүҙә ауырлығы кәмеү, хәлһеҙлек, тиҙ арыусанлыҡ, ныҡ тирләү, физик көсөргәнеш ваҡытында тын ҡыҫылыу, тән температураһы күтәрелеү, күкрәк ситлегендә ауыртыу тойоу.
Нисек асыҡларға?
Балаларҙа туберкулезды Манту реакцияһына тикшереп иртә асыҡлап була. Ул 1 йәштән 18 йәшкә тиклем йыл һайын уҙғарыла. Өлкәндәр өсөн төп ысул – йәшәү урыны буйынса поликлиникала йәки туберкулезға ҡаршы диспансерҙа йыл һайын күкрәк ситлеге органдарына флюорография үтеү.
Иҫкәртеү саралары
Беҙҙең илдә был мәкерле сирҙе профилактикалау сараларына яңы тыуған сабыйҙарға БЦЖ вакцинаһы эшләү һәм 7-14 йәшлектәргә уны яңынан эшләтеү инә. Шулай итеп, прививкалар сирҙән һаҡланыуҙың иң эффектив юлы булып тора. Бынан тыш, даими рәүештә профилактик медицина тикшереүҙәре үтергә, организмды сыныҡтырырға, иммунитетты нығытырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк.
Нисек дауаларға?
Туберкулез кешеләрҙә ҡурҡыу тыуҙыра, сөнки күптәр уны үлемесле сир тип һанай. Ер шарында йыл һайын был сирҙән миллионлаған кеше вафат булыуына ҡарамаҫтан, туберкулезды антибиотиктар менән дауалап була. Дауаланыу бик оҙаҡҡа һуҙылһа ла ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Иң мөһиме – сирҙе ваҡытында асыҡлау.
Д.МОРАҘЫМОВА,
“БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” Стәрлетамаҡ район-ара филиалы табип-эпидемиологы.
Читайте нас в