-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2020, 14:15

Рәсәй кимәлендә һынатманыҡ

Н.А.Мәжитов исемендәге гимназиябыҙ уҡыусылары тикшеренеү эштәре менән әүҙем шөғөлләнә һәм төрлө конкурс-конференцияларҙа уңышлы ҡатнаша. Беҙ, 6 “А” класы уҡыусылары Аделина Әхмәтйәнова, Әмилә Ноғайғолова, Сыңғыҙ Кинйәбулатов, Айназ Мәхийәнов, Элина Урманшина һәм мин, мәҡәлә авторы, Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә тикшеренеү эштәре республика конкурсының муниципаль этабында еңеүсе һәм призерҙар булдыҡ. Уңышҡа юлдың сираттағы этабы ХХ “Рәсәйҙең Ижади потенциалы” фән һәм сәнғәт фестивале сиктәрендә үткән “Илһам һәм ижад” Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашыу торҙо.

Беҙ класташтарыбыҙ менән Мәскәү ҡалаһына барыуыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көттөк. Һәм был бәхетле һәм оҙаҡ көткән көн етте: бына беҙ, 23 уҡыусы, етәкселәребеҙ Гөлдәр Әүхәт ҡыҙы һәм Гүзәл Фаил ҡыҙы менән илебеҙҙең баш ҡалаһындабыҙ!
Башта беҙ Ҡазан вокзалынан метроға һәм Александрий баҡсаһына юлландыҡ. Бында тарихи объекттар урын алған: Кремль башняһы, Италия гроты, Романовтар йортоноң 300 йыллығына обелиск, 1812 йылғы Ватан һәм 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәлдәр айырым урын алып тора. Беҙ Ҡыҙыл майҙанда рәхәтләнеп йөрөнөк, фотоға төштөк, илебеҙҙең баш ҡалаһы менән һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Беҙгә бигерәк тә Бөйөк Еңеү байрамындағы хәрби парад репетицияһы һоҡланыу тойғоһо уятты. Шул уҡ көндө беҙ поезда Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһы янындағы “Яхонты-Таруса” парк-отелгә юлландыҡ. Фән үҙәге булып һаналған был ял йорто базаһында олимпиадалар, оҫталыҡ дәрестәре, турнирҙар, команда ярыштары, квестар үтте.
Обнинскиҙа уҙғарған көндәребеҙ мауыҡтырғыс, сағыу булып иҫтә ҡалды. Бында беҙ Украинанан, Яҡутиянан, Һамар өлкәһенән һәм башҡа яҡтарҙан яңы дуҫтар таптыҡ. Барыһы менән бергә “Рәсәйҙең ижади потенциалы” фән һәм сәнғәт фестивалендә, олимпиадаларҙа, квестарҙа ҡатнаштыҡ. Кистән “Мин тере” тигән спектакль ҡараныҡ, дискотека ойошторолдо.
Өс көн һиҙелмәй ҙә үтеп тә китте. Фестивалдең һуңғы көнөндә уға йомғаҡ яһалды. Сараны ойоштороусылар һәм жюри тарафынан беҙ, гимназистарҙың сығыштары хаҡында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетеү беҙгә бик тә һөйөнөслө булды. Һәр беребеҙ төрлө конкурстарҙа бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, юғары белем кимәлебеҙҙе иҫбатланыҡ. Беҙ, алтынсылар ҙа, һынатманыҡ: һәр ҡайһыбыҙ тикшеренеү эштәребеҙ менән призерҙар булдыҡ: мин, Амира Килмөхәмәтова менән Элина Урманшина 3-сө урын яуланыҡ, Аделина Әхмәтйәнова, Әмилә Ноғайғолова, Диана Рәхимова – еңеүсе булды: 6-7-се кластар араһында рус теле буйынса олимпиадала Ә.Ноғайғолова – 1-се, Д.Рәхимова – 2-се, А.Килмөхәмәтова – 3-сө урында. Ә.Ноғайғолованың “Мостай Кәрим һәм Виктор Астафь-ев әҫәрҙәрендә уйындың роле” тигән тикшеренеү эше “Әҙәбиәт һәм сәнғәт” секцияһында иң яҡшы эш тип баһаланып, Диплом менән бүләкләнде.
Миңә фестивалдә ҡатнашыу бик оҡшаны, Мәскәүҙәге һәйкәлдәр, архитектуралар онотолмаҫлыҡ бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Конференцияла ҡатнашҡан команда исеменән беҙҙең хыялыбыҙҙы ысынбарлыҡҡа ашырырға ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа, гимназиябыҙ директоры Г. М. Монасиповаға, етәкселәребеҙ Г.Ә.Латипова һәм Г.Ф.Кәримоваға, конференцияға әҙерләүсе уҡытыусыларыбыҙ Р.Ә.Ваһапова, М.М.Дәүләтова, З.А.Исиргаковаға, атай-әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Амира КИЛМӨХӘМӘТОВА,
6 ”А” класы уҡыусыһы.
Читайте нас в