-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2020, 19:00

Әкиәт донъяһына мөғжизәле сәйәхәт Красноусолда тәүге тапҡыр “Кескәй принцессалар һәм рыцарҙар балы” үтте

Райондың төрлө ауылдарынан килгән шат ҡыҙ-малайҙарҙы фойела әкиәт персонаждары булып кейенгән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, Балалар ижады үҙәге ирекмәндәре ҡаршылап, уларҙы изгелек хакимлыҡ иткән әкиәт донъяһына алып инде.

Тәүҙә балалар шарҙар менән матур итеп биҙәлгән ашханаға үтеп, төрлө емеш-еләк, ҡарағат,алма һуттары, ваҡ бәлеш, принцессалы пирожныйҙар һәм башҡа татлы ризыҡтар менән һыйланды. Уларға бигерәк тә емеш-еләкте һәм бисквитты шыйыҡ шоколадҡа манып ашау (фондю) оҡшаны. Был тәмлекәстәрҙе балаларға эшҡыуарҙар Светлана һәм Николай Фоминдар, Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова, “Алтын ҡурай” ЯСЙ-һе, “Ғафури” ҡулланыусылар кооперативы әҙерләгән.
Тамаша залында уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова йылы тәбрикләп, “Бөгөнгө сағыу сара киләсәктә матур йолаға әүереләсәк. Ә бындай күңелле байрамдар балаларға айырыуса кәрәк”, - тине һәм һәр кемгә байрам кәйефе, һаулыҡ теләне.
Кескәй принцессалар һәм рыцарҙар район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ҡуйған “Царевна-лягушка” әкиәтен, Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәренең концерт номерҙарын ҡараны, йырлап, бейеп, уйнап күңел асты, иҫтәлеккә фотоға төштө. Улар ҙур теләк менән ижади конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашты, Балалар ижады үҙәге, Сәнғәт мәктәбе, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре үткәргән аквагрим, ҡағыҙҙан, тоҙло ҡамырҙан төрлө фигуралар, ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнде.
Кисә үҙенсәлекле балалар өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде, уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары һүнмәне. Байрамда ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Ололарҙың иғтибарын тойоп, дәрт-дарман алған ҡыҙ һәм малайҙар саранан матур тәьҫораттар менән таралышты.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас в