-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2020, 17:00

Ҡоралға рөхсәт-лицензия биреүсе бүлексә

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт эштәре буйынса территориаль Ғафури районы бүлексәһендә өлкән инспектор, полиция капитаны Руслан Флүр улы Мәүлетҡолов эшләй. Был хеҙмәттең төп бурыстары булып халыҡҡа ҡорал әйләнеше өлкәһендә һәм шәхси һаҡ эшмәкәрлегендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү тора.

Атап әйткәндә, өлкән инспектор халыҡҡа ҡоралдарын һаҡлау һәм йөрөтөүҙә рөхсәтте оҙайтыу бу-йынса хеҙмәттәр күрһәтә, ҡорал һатып алыуға лицензия бирә, шулай уҡ шәхси һаҡсыларға таныҡлыҡ тапшыра, уларҙы теркәй, рәсмиләштерә, срогын оҙайта, республика Экология министрлығы менән берлектә Ғафури районы биләмәһендә браконьерлыҡ факттары бу-йынса рейдтар үткәрә. Халыҡтан законһыҙ һаҡланған утлы атыу ҡоралын ҡабул итеү буйынса ла эш алып бара.
Өлкән инспектор Р. Мәүлетҡолов әйтеүенсә, беҙҙең Ғафури районында 600 гражданлыҡ ҡоралы иҫәпләнә, 450 тирәһе шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәрендә (районда ғына түгел, ситтә эшләүселәр ҙә бар). Ул һаҡ хеҙмәте эшмәкәрлегендә лә тикшереүҙәр алып бара, бында эшләүселәрҙең үҙ вазифа бурыстарына тап килеү-килмәүен тикшереп, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. Был хеҙмәттә нигеҙһеҙ эшмәкәрлек алып барған ҡайһы берҙәре яуапҡа тарттырыла. Гражданин законһыҙ һаҡланған атыу ҡоралын үҙ теләге менән тапшырыуы хаҡында ғариза менән территориаль бүлексә инспекторына тапшыра. Һәм ҡабул ителгән ҡорал эске эштәр органының махсус комиссияһы тарафынан тикшерелеп, уның атыуға яраҡлы-яраҡһыҙлығы билдәләнә һәм Өфө ҡалаһына ебәрелә. Ундағы һөҙөмтәләр нигеҙендә гражданинға аҡса түләнеүе хаҡында уведомление ебәрелә.
Бүлексә инспекторы граждандарҙы шишәмбе, кесе йома көндәрендә 9.00 сәғәттән 12.00-гәсә, 14.00-дән 17.00-гәсә Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1 адресы буйынса 2.13-сө кабинетта ҡабул итә. Граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса 2-77-53 эш телефонына шылтырата ала.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в