-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2020, 12:40

Ситтән ҡайтыусыларҙы һәм өлкәндәрҙе – карантинға

23 мартта район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау маҡсатында оператив штаб һәм ауыл биләмәләрендә республиканан һәм илдән ситкә сығыусыларҙың йәшәү урындарына йөрөүсе эшсе төркөмдәр булдырылды.

Ситтән ҡайтыусылар барыһы ла ике аҙна буйына өйҙәренән бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа, сир билдәләре беленгән осраҡта табип саҡыртырға тейеш. Уларға һәм 65 йәштән өлкән кешеләргә “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерциялы булмаған ойошма хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көнкүреш тауарҙарын килтереү буйынса ярҙам күрһәтәсәк. Ярҙам кәрәк булһа 8(34740)2-72-26 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас в