-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2020, 19:05

Уҡыу йорттары йәрминкәһе

Һөнәр һайлау кеше тормошонда иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Яҙ етеү менән сығарылыш класс уҡыусылары алдында ла: “Ниндәй һөнәр һайларға?”, “Кем булырға?” тигән һорау тыуа. Заман үҙгәргән һайын, тормош яңы һөнәрҙәр ҙә талап итә. Бөтә һөнәрҙәр ҙә яҡшы, тик үҙеңә оҡшағанын, йәнең теләгәнен, күңелең тартҡанын һайлай белеү шарт.

Күптән түгел райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, мәғариф бүлеге менән берлектә һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреү, бының яуаплы эш икәнен аңлатыу маҡсатында Красноусолдағы 1-се мәктәптә “Уҡыу йорттары йәрминкәһе” тип аталған сара үткәрҙе. Бында Красноусол, Табын, Курорт мәктәптәренең юғары класс уҡыусылары алдында республикабыҙҙың 9 уҡыу йорто вәкиле сығыш яһап, мәғлүмәти стендтар, буклеттар һәм күргәҙмә аша үҙҙәренең уҡыу йорттары менән таныштырҙы, ҡыҙыҡһыныусыларҙың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе.
Иң тәүҙә йыйылыусылар һәр белем усағының күргәҙмә майҙансығын ҡарап сыҡты. Бында һәр уҡыу йорто тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин ине. Уҡыусылар Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы ашнаҡсы-кондитерҙарының күргәҙмә өсөн эшләгән күҙҙең яуын алырлыҡ торттары янында фотоға төшмәйенсә тыныс ҡына үтә алманы.
Райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы Марс Хәмзә улы Сабитов йыйылыусылар алдында сығыш яһап, ошо осрашыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Был ике яҡлы осрашыуҙың маҡсаты – уҡыусыларға бөгөнгө көндә талап ителгән һөнәрҙәр һайлауҙа ярҙам итеү. Уҡыу йорттары белгестәренең сараға берҙәм килеүҙәренә рәхмәт, мәктәп уҡыусыларына күңелдәренә ятҡан уҡыу йорттарын һайлап, илебеҙгә кәрәкле һөнәр эйәләре булыуығыҙҙы теләйем, - тип тамамланы һүҙен Марс Хәмзә улы.
Район мәғариф бүлеге методисы Ольга Васильевна Садиҡова үҙ сығышында: “Ҡайҙалыр уҡырға барыр алдынан етди уйланыу фарыз. Бәлки, әле ҡайһы берҙәрегеҙ төплө фекергә килмәгәндер ҙә, шуға ла был сара файҙалы булыр тип уйлайым”, - тине.
Уҡыусылар алдында уҡыу йорттары агитбригадалары сығыш яһаны. Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы белем биреү йүнәлештәре һәм үҙҙәренә уҡырға кереү өсөн ниндәй фәндәр буйынса БДИ тапшырыу кәрәклеге хаҡында белешмәләр бирҙе. Өфө дәүләт авиация университетының Ишембай филиалы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле, төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар, тармаҡ-ара (межотраслевой), политехник колледждары, Башҡортостан кооператив колледжы белгестәре үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында ентекле, тулы мәғлүмәт бирҙе, уҡып йөрөүсе студенттарҙың ҡыҙыҡлы, йырлы-бейеүле сығыштары ла мауыҡтырғыс булды. Райондан йыраҡҡа китмәйенсә лә һөнәр алыу тураһында бер нисә быуынға эшсе һөнәрҙәре алырға ярҙам иткән, халыҡ телендә һаман “СПТУ” тип йөрөтөлгән Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы белгестәре лә (ташсы, иретеп-йәбештереүсе, тракторсы, ашнаҡсы-кондитер) йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс итеп үҙҙәренең уҡыу йорто менән таныштырҙы. Уҡыу йорттарының күпселегенең “визитка”һы видео-роликка төшөрөлгәйне. Был инде сығыштарҙы тулыландырып, уҡыу йорттарын һәр яҡлап күрһәтте. Уҡыу йорттары буклеттар ҙа таратты.
Уҡыу йорттары йәрминкәһен йәнле һәм йәмле итеп район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Гөлназ Мирхәйҙәрова алып барҙы. Ә инде киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тип аптыраған бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары өсөн был әйтеп бөтмәҫлек файҙалы, урынлы сара булды. Уларға үҙегеҙ теләгән уҡыу йортонда белем алып, һайлаясаҡ һөнәрегеҙ һәләттәрегеҙгә, ынтылыш-ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙға тап килһен, яратып башҡарасаҡ эшегеҙ булһын, тип теләргә генә ҡала.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в