-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март 2020, 11:40

Ярҙамға килергә әҙербеҙ

Бөтә илдә барған коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау сараларынан социаль хеҙмәт күрһәтеү ойошмалары ла ситтә ҡалманы.

“Изгелек шишмәһе” коммерциялы булмаған автономлы ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ике аҙна буйына район хакимиәте, полиция, үҙәк район дауаханаһы һәм Красноусол ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә өйҙәрендә үҙаллы изоляцияла булған кешеләрҙең йорттарына барып, уларҙың режимды теүәл үтәүҙәрен тикшерә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙарға мохтажлыҡтарын һорай, сәләмәтлек торошо менән ҡыҙыҡһына. “Изгелек шишмәһе” ойошмаһы етәксеһе Розалия Рахманғолова әйтеүенсә, 21 мартта Халыҡты социаль яҡлау рес-публика үҙәгендә Координация үҙәге төҙөлгән, унда һуңғы ике аҙнала эпидемик күрһәткестәр буйынса имен булмаған сит илдәрҙән республикаға ҡайтыусы кешеләрҙең исемлеге төҙөлә. Исем-фамилиялар, телефон һандары һәм адрестар индерелгән исемлек көн һайын яңырып тора, беҙ шулар буйынса эшләйбеҙ, тине етәксе. Йорттарға йөрөгәндә социаль хеҙмәткәрҙәр хәүефһеҙлек саралары тураһында ла онотмай: битлектәр кейә, изоляциялағы кешеләр менән ишек, тәҙрә йәки телефон аша ғына аралаша. Шулай уҡ улар 65 йәштән өлкәндәргә ярҙам итеүҙе үҙҙәренең төп бурысы тип һанай. Оло йәштәгеләр урамға сығып йөрөмәһен өсөн аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын өйҙәренә килтереп бирәләр.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас в