-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель 2020, 13:05

Хеҙмәт менән биҙәлгән ғүмер БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Р.С.Абдуллин 70 йәшлек юбилейын билдәләне

Ҡарлы ауылында тыуып-үҫеп, ошонда ғүмер йомғағын һүткән, сағыу бай хеҙмәт юлы үткән районыбыҙҙың билдәле аграрийҙарының береһе – БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, дүрт тиҫтә йылға яҡын “Заветы Ильича” колхозының алыштырғыһыҙ рәйесе булған хөрмәтле Рәмил Сәйфулла улы Абдуллин февраль урталарында үҙенең 70 йәшлек олпат ғүмер байрамын билдәләне. Мораҡ ауылы мәҙәниәт йортонда үткән юбилей кисәһенә ҡунаҡтар һәм халыҡ күп йыйылғайны.

Юбилярҙы тәбрикләү өсөн тәүге һүҙ Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Сергей Викторович Ивановҡа бирелде.
-Беҙҙең һәр беребеҙ хөрмәт һәм ихтирам иткән, абруй ҡаҙанған Рәмил Сәйфулла улы Абдуллин матур юбилейын билдәләй. Заманында ул районыбыҙҙың алдынғы колхоздарының береһендә, дөрөҫөрәге, колхозды алдынғылар рәтенә сығарған рәйес булды. Беҙ ул ваҡытта йәш белгестәр, рәйестең хужалыҡ менән оҫта етәкселек итеүенә, булдыҡлылығына, һәр бер кешегә тел асҡысы табып, уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеүенә һоҡлана инек. Ул бер ваҡытта ла социаль өлкәне иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Бына шуға ла уның ғүмеренең тап ошо йылдарын алтын арауыҡ тип атайбыҙ.
-Рәмил Сәйфулла улы – күп яҡлы, ҙур ойоштороу сифаттарына эйә, кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә белеүсе шәхес. Төбәгебеҙ халҡы уның һүҙҙәренә әлегәсә ҡолаҡ һала, сөнки уның абруйы ҙур. Беҙ, йәш етәкселәр, һәр башланғыстарыбыҙҙа уның менән кәңәшләшергә тырышабыҙ һәм уға беҙгә һәр яҡлап, үҙенең йәшәү рәүеше менән етәксе нисек булырға тейешлеген күрһәтеүе, өлгө булып торғаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тине С.Иванов
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район депутаттар корпусы һәм шәхсән үҙе исеменән Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов юбилярға ҡотлау сәләмдәрен юлланы:
-Рәмил Сәйфулла улы колхоз рәйесе булып эшләгән дәүерҙә сусҡасылыҡ тармағында шундай юғары күрһәткестәргә өлгәштеләр, хатта Мораҡҡа башҡа хужалыҡтарҙан етәкселәр һәм зоотехниктар тәжрибә уртаҡлашырға килерҙәр ине, район семинарҙары ла тап бында үтә торғайны. Булдыҡлы етәксе бер өлкәне лә күҙ уңынан ысҡындырманы, эште яҡшы ойошторҙо: юлдар, йәш белгестәр һәм колхозсылар өсөн йорттар төҙөлдө, социаль әһәмиәттәге объекттар, шул иҫәптән әлеге сара уҙған күркәм комплекс та ул етәкселек иткәндә үҙ ишектәрен асты. Ра-йонда колхоз менән 23 йылдан ашыу ваҡыт етәкселек иткән берҙән-бер етәксе тап улдыр, - тип билдәләне Ф.Зәйнетдинов һәм шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы етәкселегенең ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.
Артабан һүҙ элекке район ауыл хужалығы идаралығы (РАПО) начальнигы Әхәт Мәүлимбирҙе улы Нуриевҡа бирелде. Ул юбилярҙы барлыҡ элекке коллегалары – ветерандар исеменән ҡотланы.
-Районыбыҙҙың аграр секторында иң тәжрибәле һәм күренекле етәкселәр араһында Р.С.Абдуллин иң беренсе урында тора. Уның хужалығында һәр ваҡыт күрһәткестәр тотороҡло булды, сөнки ул кадрҙар, уларҙы әҙерләү һәм хужалыҡҡа йәлеп итеү буйынса ҙур оҫталыҡ менән ике аҙым алға ҡарап эш итә белде. Ошо маҡсатта Мораҡта механизатор кадрҙарын әҙерләү буйынса Петровск СПТУ-һының филиалын асыу хаҡында килешеү төҙөшә. Һәм торлаҡ төҙөлөшөн башлай – бөтәһе 40-тан ашыу йорт. Ул бер ҙә үҙен уйламаны, ә колхоз, ерҙә эшләүсе кешеләрҙе ҡайғыртты. Тап шуға ла ул бөгөнгәсә һәр кемдән үҙе хаҡында тик изге һүҙҙәр генә ишетә. Хөрмәтле кешебеҙ, беҙҙән, элекке коллегаларығыҙҙан да иң йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ, - тине Ә.Нуриев.
Юбилярҙы сираттағы ҡотлаусы Ғаяз Мәһәҙи улы Рәхмәтуллин 1962 йылда районға эшкә килгәс, бында уны зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Ә юбилярҙың атаһы Сәйфулла Абдуллин Ҡарлы сусҡа фермаһы мөдире булып эшләгән.
-Колхоздың малсылыҡ тармағы тотороҡло ине. Ҡарлы сусҡа фермаһында, мәҫәлән, һәр бер инә сусҡанан 20-нән ашыу сусҡа бәрәсе алалар ине, Анна Кириллованың төркөмөндә хатта улар 26 башҡа етә, бының өсөн ул Ленин ордены менән бүләкләнде. Барыһы ла эшсән, яуаплы инеләр, бөтөн мөһим мәсьәләләр ҙә уртаға һалып хәл ителеп, йомғаҡ яһала ине. Шуға ла күрһәткестәр һөйөндөрә ине. Сәйфулла ағай 70 йәшкә тиклем эшләне, намыҫлы, ипле, һәйбәт кеше, үҙ коллективы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булды. Атаһының ошо матур сифаттары тулыһынса Рәмилгә бирелгән, колхоз менән етәкселек иткәндә ул кешеләр хаҡына йәшәне һәм эшләне. Ра-
йонда иң тәүгеләрҙән булып тап бында юлдарға асфальт һалынды, газ үтте, тулыһынса колхоздың электр селтәрҙәре яңыртылды. Рәмил Сәйфулла улының ауылдаштарына күрһәткән хеҙмәттәренең барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Шуға ла юбилей көнөндә уның йөҙө яҡты һәм намыҫы таҙа, ҡартлығы бәхетле, - тине Ғ.Рәхмәтуллин юбилярҙы тәбрикләп.
Юбилярҙы “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” коллективы исеменән Ғәзинур Ғәлинур улы Суфиянов ҡотланы. Уға ла Р.С.Абдуллин менән эшләргә насип булған.
Мораҡ ауылында ниндәй генә сара уҙғарылмаһын, уларҙың уртаһында Абдуллиндарҙы күрергә була. Рәмил Сәйфулла улынан һәр ваҡыт сығыш яһауын һорайҙар, сөнки ул асыҡ ҡына итеп тейәрен генә һөйләй. Ә уның тормош иптәше Наилә Шаим ҡыҙы ғәҙәттә балаларына, киләһе быуындарына тарих, иҫтәлек ҡалдырыу өсөн күберәк фотоға төшөрөү менән мәшғүл була. Мораҡ мәктәбендә мөғәллимлек иткән йылдарында ул бар тырышлығын музейға экспонаттар йыйыуға һалһа, бөгөн уны тулыландыра. Абдуллиндар татыулыҡта, бер-береһен ҡараштарынан уҡ, ярты һүҙҙән аңлап, бәхетле ғүмер итәләр. Ә был етәксе өсөн иң мөһиме: арҡаң терәрлек кешең бар икән, эш тә тыныс, алға бара. Ундай заттар бик һирәк. Тап ошондай ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә инә лә инде Наилә Шаим ҡыҙы.
Тантаналы юбилей сараһы Абдуллиндарҙың Ҡарлы ауылындағы йорттарында дауам итте. Рәмил Сәйфулла улы үҙе тыуған ауылдың патриоты ғына түгел, ә атай нигеҙен дә һаҡлаусы, уны ташламай, ошонда төпләнеп ҡалған кеше. Мөмкинлектәре булыуға ҡарамаҫтан, үҙенә әллә ниндәй затлы йорт та төҙөмәгән. Намыҫлы, ипле кеше булараҡ, бары тик төп йортҡа төкәтмә генә төҙөгән. Был йортта ҡыҙҙары Айгөл менән Гөлнара тыуып үҫә, тап бында ейән-ейәнсәрҙәре олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килә.
Ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел. Бүлә-бүләсәрҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ... Бәхеткә, шатлыҡҡа, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, тормоштан йәм-ғәм табып, иҫәнлектә-һаулыҡта, балалар, ейәндәр солғанышында тормошоғоҙ шулай оҙаҡ йылдар матур дауам итһен.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в