-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Апрель 2020, 12:05

Моңдарыңда тарих сағыла

Башҡорт йыры, башҡорт моңо... Һоҡланып туя алмаҫлыҡ матурлыҡ донъяһы, һис бер нәмә менән тиң булмаған айырым күренеш, яҡты илаһиәт, гүзәл тәбиғәтебеҙ балҡышы. Күптән түгел Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында районыбыҙҙың оҫта ҡурайсыһы Рәмил Мостафа улы Ҡотдосов ойоштороуында уҙған “Моңдарыңда тарих сағыла” тип аталған бай йөкмәткеле концерт быуаттар төпкөлөнән килгән йырҙарыбыҙ, милли музыка ҡоралдарыбыҙға арналды. Алып барыусылар Елена Сәмиғуллина менән Илнур Ғөбәйҙуллин һәр йыр-моңдоң тарихын бәйән итеп, милли музыка ҡоралдарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт тә еткерҙе.

Борон-борондан халыҡтың йөрәк түренән сыҡҡан йырҙары, легендалары, эпос, әкиәттәре Урал тауы менән айырылғыһыҙ булған. Был сара ла видиотеҙмәлә хозур тауҙарыбыҙ, тәбиғәтебеҙ күрһәтелеп, “Урал” көйө менән башланып китте. Халыҡ ижадының жанрҙары араһында киң фәлсәфәүи, героик йөкмәткеле, ҙур тарихи урын алып торған “Урал батыр” эпосынан өҙөктө Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Байбулдин өзләп тә, йырлап та күрһәтте. Тамашасылар уның һоҡланғыс һәм тулҡынландырғыс сығышын тын да алмай тыңланы. Халыҡтың боронғо аң-ҡарашы, йолалары сағылдырылған “Аҡбуҙат” эпос-ҡобайырына нигеҙләнеп һалынған “Аҡбуҙат” бейеүен (етәксеһе Илшат Хәбибуллин) гимназия уҡыусыһы, республика конкурстары лауреаты Илшат Ҡотовтың башҡарыуы һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары араһында иң данлыҡлыһы – ҡурай. Был музыка ҡоралы башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте, алыҫ мең йыллыҡтар төпкөлөнән килгән бай тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ҡурайҙа халыҡтың йәне, йөрәге, хыялы, мөхәббәте, йәшәү дәрте, көсө, ҡеүәте сағылыш тапҡан. Ул нисек кенә ябай булып күренмәһен, моңо серле, тауышы илаһи. Ра-
йон мәҙәниәт һарайы йырсы-ҡурайсыһы Рәмил Ҡотдосовтың сәхнәлә көпшә үләндән ҡурай эшләп, уға йән өрөп “Сыңрау” торна”ны уйнап күрһәтеүен һәр кем һоҡланыу хисе менән мөғжизә итеп ҡабул итте. Ҡурайҙың моңон, бөйөклөгөн бөтә донъяға таратыусы ғына түгел, традицион ҡурайсылар мәктәбен, ауазын һаҡлап, беҙҙең көндәргә еткереүсе, данлыҡлы ҡурайсыларға алмашҡа үҫеп килеүсе йәш һәм өмөтлө гимназия уҡыусылары Айназ Мәхийәновтың “Ҡурай” көйөн, Иршат Дауытовтың ”Ҡаһым түрә”не башҡарыуы, “Мағаш” ҡурайсылар ансамбленең ир-егеттең ауыр хәрби яҙмышы һүрәтләнгән “Азамат”, һүнмәҫ батыр рухы ишетелгән “Наполеон Бонапарт” көйҙәрен уйнауына “Афарин!” тиергә генә ҡала. Сәйетбаба ауылынан “Аманат” эстрада-фольклор ансамбле халҡыбыҙҙың рухи сағылышын, милли ерлеген, көйҙәрен, йыр-моңдарын күңелдәргә илтеп еткерерлек, милли йөҙөн билдәләрлек думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарында “Алпамыша”ны башҡарып тамашасыларҙы әсир итте.
Башҡорт халҡының милли булмышы бигерәк тә оҙон көйҙә тәрән һәм тулы сағылыуын районыбыҙҙың оҙон көй башҡарыу оҫтаһы Әнүәр Ғәзизов “Бейеш” башҡорт халыҡ йырында тулыһынса асып бирҙе.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова сарала ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп: “Башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнап майҙан тотоуҙары, үткәнде һәм киләсәкте тоташтырыусы туған моңдарыбыҙҙы таратҡанығыҙ һәм пропагандалағанығыҙ, халҡыбыҙҙың бәләкәй ул һәм ҡыҙҙарын моң тирәһенә туплаған, күңелдәрендә рухты нығытыуға ифрат ҙур өлөш индергән өсөн уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусылар исеменән ихтирам тойғоларын һәм оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Һәләтте бурыс итеп ҡабул ҡылып, халыҡ мәнфәғәтендә күп яҡлы эш алып барыуығыҙ маҡтауға лайыҡ. Изге эштәрегеҙ быуындарҙан-быуындарға күсеп дауам итһен”, - тине.
Эйе, халҡыбыҙҙың илаһи ҡурай моңо, йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙары күңелдәребеҙҙе тулыландырып, йәшәүгә дәрт биреп мәңге йәшәһен, быуындарҙан-быуынға күсә килһен.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в