-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель 2020, 14:45

Беҙ ҡайтырбыҙ тигән ине...

Салт аяҙ ҡояшлы көн. Еҙем-Ҡаран баҙарында халыҡ шау-гөр килә. Кемдер кәрәген һатып ала, кемдер һатып ҡыуана.

Ҡапыл ауыл Советы урынлашҡан йорттоң мөйөшөндә эленеп торған ҡара тәрилкәнән (радио) ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр. Көслө, ҡаты тауыш менән һуғыш башланыуын хәбәр иттеләр. Был хәбәр тағы ла ҡабатланды. Халыҡ ҡапыл тын ҡалды. Илаша башланылар, әйберҙәрен йыйып ҡайтырға юлландылар. Бер аҙҙан күптәргә фронтҡа китергә саҡырыу ҡағыҙы тараттылар. Улар араһында Ибәтулла Хәбибулла улы Әбделмәнов та (әсәйемдең энеһе) бар ине. Ағайым фин һуғышында ла булып ҡайтҡайны. Мәскәүҙә алдынғы ударник колхозсылар съезында ла ҡатнашып, бүләкләнеп ҡайтҡан ағайым башҡа йәштәр менән бергә шау-гөр килеп колхоз баҫыуында эшләп йөрөгәндер инде.
Изге уйҙар, яҡты хыялдар менән эштә йөрөүселәр бөтәһе лә ауылға ҡайтты. Юлға әҙерләнергә 2 генә сәғәт ваҡыт бирелгәнлектән, йәһәт кенә әҙерләнеп юл муҡсаһын арҡаһына аҫып, йыйылыу урынына оҙаттыҡ. Оҙатыу һүҙҙәре, теләктәр әйтелгәндән һуң, арбаларға ултырып, ҡуҙғалып киттеләр. Бөтә оҙатыусылар улар артынан атланы. Ағайым гармунсы егет янында ултыра, көслө тауыш менән йыр башланы:
"Беҙ ауылдан сыҡҡан саҡта,
Күтәрелде томандар,
Донъя хәлен белеп булмай,
Һау булығыҙ, туғандар...”– тип йырлай-йырлай күҙҙән юғалдылар.
Ошо оҙатыуҙан һуң бер генә хаты килде. Мәскәү янындағы ҡаты һуғыш, ҡот осҡос күренештәр, һалдаттарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында ине ул хат. Өс айҙан һуң “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара ҡағыҙ” килде.
Өләсәйем уны ғүмере буйы көттө. Һуңғы һулышын алғанда ла аңына килеп: “Ибә..., Ибә...” тип күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Бала хәсрәтенең әселеген балаһын юғалтҡандар ғына аңлайҙыр.
Ағайым тураһында белешмәне “Хәтер” китабынан Калинин өлкәһенең Бөйөк Лука (Великие Луки) ерендә ерләнгәнен белдем. Әммә өләсәйем һәм башҡа туғандарым был хәбәрҙе белә алманы. Шуныһы бик ҡыҙғаныс.
Хәҙер инде оло йәштә булһам да, һаман да Бөйөк Еңеү өсөн батырҙарса көрәшеп башын һалған ағайым хәтеремдән сыҡмай. Мең-мең ҡорбандар аша килде Еңеү, күпме ата-бабалар, күпме ғәзиз йәндәр яҡты киләсәкте күрә алманы, шуны онотмаһын ине киләсәк быуын.
Һәр көн тыныс атҡан таңға, аяҙ күк йөҙөнә ҡарап, донъя именлегенә атап доға ҡылып йәшәйек.
Зәйтүнә ИСКӘНДӘРОВА,
мәғариф ветераны.
Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас в