-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель 2020, 13:00

“Урал батыр” мәктәбе

Күптән түгел Красноусол башҡорт гимназия-интернатына арҙаҡлы яҙыусыбыҙ, “Тормош һабаҡтары” дәреслектәре авторы Мәрйәм Бураҡаева килеп китте. Ул филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты Фәнил Күзбәков менән беpлектә “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп төҙөгән тәрбиәүи эш программаһын гимназия коллективына тәҡдим итте. Был проект республикабыҙҙың “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы идараһы һәм советы тарафынан раҫланған.

“Бөгөнгө ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр менән тулған, рухи ҡиммәттәр осһоҙлана-төҫһөҙләнә барған заманда быуаттар һынауын үткән милли традицияларға яңы һулыш биреү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педегогикаһын киң ҡулланыу ғәмәлгә ярашлы буласаҡ”, - тигән фекерҙә улар.
Ни өсөн “Урал батыр” мәктәбе? “Программаның төп нигеҙен мәшһүр “Урал батыр” эпосы тәшкил итергә тейеш” - тип һанай авторҙарыбыҙ. Йәш быуынды милли рухлы итеп тәрбиәләүҙә күҙгә күренерлек, телгә алырлыҡ һөҙөмтәләр бар, әммә берҙәмлек етешеп бөтмәй. Шуға ла “Урал батыр” эпосы ярҙамға киләсәк.
Авторҙарыбыҙ “кешелек донъяһы йәшәйеше өсөн” иң мөһим ун йүнәлеш тәҡдим итә:
  1. Тау буйҙары йәшәрһен,
  2. Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.
    Икенсе төрлө әйткәндә “экологик йүнәлеш”. Йылға-күлдәрҙе таҙартыу, шишмә юлдарын асыу, ағас ултыртыу, тирә-яҡты йәшелләндереү, ҡыҫҡаһы, тәбиғәтте яҡлау һәм һаҡлау буйынса эштәр башҡарыу.
    1. Еҫерҙәрҙең алдында
      • Күҙенә керпек булығыҙ!
      • Мохтаждарға, ҡараусыһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Ҡул ярҙамын, тел ярҙамын, матди ярҙамды даими эшләү.
        1. Ил ынйыһын йәшереп
          • Ергә күмеп ҡуймаҫҡа.
          • Талантлы, һәләтле милләттәштәребеҙҙе күрә белеү, артабан үҫергә ярҙам итеү кеүек эштәрҙе бергәләп башҡарыу. Матди хәлле милләттәштәребеҙҙең әүҙем ярҙамын ойоштороу.
            1. Яҡшының эскәне һыу булыр,
            2. Ямандың эскәне ыу булыр.
              Эскелеккә, наркотиктарға һ.б. шундай халыҡты юҡҡа сығарыусы насар күренештәрҙән йәш быуынды һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө саралар һәм аңлатыу эше алып барыу.
              1. Ил күрергә сыҡтым мин,
              2. Ер ҡошонан түгелмен,-
                Йәшәй торған илем бар,
                Илһеҙ етем түгелмен.
                Уҡыйым, эшләйем тип сит илгә сығып китһәң дә, илеңде, атай-олатайҙарҙың, йәнен-тәнен аямай һаҡлап, һиңә тапшырған ереңде, телеңде ҡәҙерлә, һаҡла, тигән фекерҙе кешегә бәләкәйҙән һалыу.
                1. Атамдың хаҡы өсөн,
                2. Әсәмдең хәтере өсөн,
                  Тағы ла бер һынайым.
                  Үҫеп килеүсе йәш быуында ыңғай сифаттарын, эштәрен күрә белеү. Тура юлдан тайпылған кешегә үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо тәрбиәләү, яҡшы яғын билдәләү, рәхмәт әйтә белеү.
                  1. Күккә менер баҫҡысһыҙ,
                  2. Ерҙе асыр асҡысһыҙ.
                    Ғилем юлында уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар үткәреү, төрлө конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу һ.б. “Телһеҙ ҡалыу - илһеҙ ҡалыу". Илеңә хужа булыу телеңә хужа булыуҙан башлана. Был йүнәлештә лә эш алып барыу.
                    • Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
                    • Ҡыла торған йола бар.
                    • Рәхмәтле була белеү, мәрхәмәтлелек тәрбиәләү. Бигерәк тә ата-әсәйҙәргә, туған-тыумасаларға, һиңә ярҙам иткән кешеләргә ҡарата.
                      1. Олоно оло итегеҙ,
                      2. Кәңәш алып йөрөгөҙ.
                        Кесене кесе итегеҙ,
                        Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
                        Туғанлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, туғанлыҡ атамаларын белеү. Үткәнеңде өйрәнеү, шәжәрәңде төҙөү.
                        • Йәншишмәнән һыу алып,
                        • Үлгәндәрҙе терелтеү
                          Өсөн тыуған батырмын!..
                          Ни сәбәптәндер онотолған, йә оноторға мәжбүр ителгән шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы халҡыбыҙға кире ҡайтарыу. Йәш быуынды затлы шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләү.
                          Бына ошондай йүнәлештәр... “Йөрәгендә фекер ҡайнаған, дәрте-дарманы ташып торған милләттәштәребеҙҙе “Урал батыр” эпосы буйынса концепция һәм проектҡа ҡушылырға һәм фекерҙәрегеҙҙе “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенә яҙып ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ”, - ти авторҙар.
                          Был программаны гимназия коллективы хупланы һәм тәрбиәүи эш планын ошо йүнәлештәр буйынса алып барырға аныҡ тәҡдимдәр керетте. Ошоға асыҡ миҫал итеп, күптән түгел үткән “Халыҡ-ара туған телдәр көнө”нә ҡарата сараны билдәләп китергә мөмкин. Шиғыр һөйләгән һәр баланы гимназиябыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова “Урал батыр” мәктәбе ойошмаһы исеменән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. Бындай саралар йәш быуында үҙ-үҙенә ышаныс, ҡыйыулыҡ тойғоһо кеүек ыңғай сифаттар үҫтереүгә булышлыҡ итә. Артабан да был йүнәлештә эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Сөнки беҙҙең балаларыбыҙ - беҙҙең киләсәгебеҙ! Киләсәгебеҙ матур буласағына һис шигебеҙ юҡ.
                          Гөлшат ВӘЛИЕВА,
                          “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе.
                          Читайте нас в