-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Апрель 2020, 15:05

Балаларҙың киләсәген хәстәрләп

Ер йөҙөндә үҫкән үлән-ағастар бер төрлө булмаған кеүек, кешеләр ҙә холоҡ-ҡылыҡ, төҫ-ҡиәфәт, хатта ашау-эсеүҙәре менән дә бер-береһенән айырыла. Әммә барыһын да кешелек сифаттары берләштерә - улар йәшәүҙе дауам итеүселәр булып тора. Беҙҙең халыҡҡа элек-электән тыйнаҡлылыҡ, йомартлыҡ, эшсәнлек кеүек һәйбәт ғәҙәттәр хас булып, һәр нәҫел, ғаиләнән һоҡланғыс быуын ҡалдырыу яҙылмаған ҡанун булып торған. Һуңғы ваҡытта кешелек сифаттарын юғалтҡан, эскелек менән мауыҡҡан ата-әсәләр, тарҡалған ғаиләләр, ҡарауһыҙ ҡалған балалар һаны артыуы борсоуға һала.

Ошондай ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам ҡулы һуҙыу, профилактик эште көсәйтеү маҡсатында март баштарында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова етәкселегендәге махсус төркөм - район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире Альбина Баймырҙина, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия секретары Альмира Уренева, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһенең ғаилә менән эшләү буйынса белгестәре Раушания Ғималетдинова, Елена Жукова, Эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эше буйынса төркөм инспекторы Ләйсән Йәғәфәрова, район мәғариф бүлеге методисы Ольга Садиҡова, Үҙәк район дауаханаһының табип-наркологы Финзира Хәбибуллина тәғәйен көндө рейдҡа сыҡты.
Комиссия үҙ эшен Сәйетбаба ауыл биләмәһенән башланы. Был эштә ауыл биләмәһе башлығы Айрат Сәйфуллин, мәктәп директоры Рәмилә Ғәзизова, ауыл табиплыҡ амбулаторияһынан Мәҙинә Йәноҙаҡова, Мәҙинә Хәкимова ҡатнашты. Ултырышҡа ауыл биләмәһендә имен булмаған һәм иҫәптә торған 14 ғаилә саҡырылғайны, шуларҙың туғыҙы килеп, уларҙың көнитмеше тикшерелде. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бишәүһе бында килеүҙе кәрәк тип тапмаған, комиссия һуңынан өйҙәренә йөрөп сығырға ҡарар итте.
Тәүгеләрҙән булып өс бала атаһы комиссия алдына килеп ултырҙы. Ул быға тиклем матур итеп йәшәгән, тик эскелек менән мауыҡҡан ҡатынды өйөнә кереткәндән һуң “байрамдар” башланған. Был ҡатын уны яҡшыға алып килмәгәнлеген комиссияныҡылар быға тиклем дә әйткән булғандар, әммә ирҙе лә “йәшел йылан” ағыулап өлгөргән, ахырыһы. Уға тиҙ арала наркология кабинетына килергә ҡушылды.
Тол ҡатын Р.Ә. бәлиғ булмағандар эше буйынса иҫәптә тора. Комиссия ағзаларының матур кәңәштәренән һуң, йәш әсә үҙе үк наркологҡа барырға вәғәҙә бирҙе. Ә инде һыу һөлөгө кеүек сибәр, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәүсе Г.Г. быға тик-лем эсеүҙән дауаланһа ла, яңынан эсә башлаған. Уға ла табип, психолог ярҙамы кәрәк булыуы әйтелде. 32 йәшлек Г.Х. пас-портын алыштырырға 12 йыл буйы ваҡыт тапмаған, шул арҡала балалар пособиеһы алмауы асыҡланды. Уға “Ғаилә” ра-йон-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе белгестәре документтарын тәртипкә килтерергә ярҙам итәсәктәрен, тик кисектермәй килеүен һоранылар. А.Ҡ.-ның ҡатынының өйҙән сығып китеү осраҡтары күптән билдәле булған. Үҙе аҡса эшләү өсөн ситкә киткәндә балаларын өләсәйҙәре ҡарай. “Кәкүк” әсәйҙән фәтеүә булмаясағы билдәле, атай кешегә үҙен ҡулға алып, балалары хаҡына тормошон үҙгәртергә кәңәш бирелде.
Ҡауарҙы ауыл биләмәһендә имен булмаған һәм иҫәптә торған 9 ғаилә иҫәпләнеп, махсус комиссия саҡырыуына шуларҙың етәүһе килде. Комиссия ултырышында ауылдаштары яҙмышына битараф булмаған Ҡауарҙы мәктәбе директоры Фәймә Рәжәпова, Юлыҡ мәктәбе директоры Эльвира Ғафарова, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Суфия Юлыҡова, Ҡауарҙы ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миңзәлә Нәзирова, ауыл фельдшеры Рәйлә Йәғәфәрова ҡатнашты. Был ауыл биләмәһендә иҫәптә торған ғаиләләрҙең хәле лә аяныслы һәм тиҙерәк тәүбәгә килеүҙе талап итә.
Тәүгеләрҙән булып комиссия алдына баҫҡан Г.Ю. күптән түгел дауаланған, уға үҙен ҡулға алып, балаларына иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеге әйтелде. Ә бына Р.Д.-ға күптән дауаханаға барырға йүнәлтмә бирелһә лә, эсеүгә әүерәпме, ваҡыт тапмаған. Комиссия был саранан һуң уның өйөнә барып, тормош иптәшенә лә ҡатынының һаулығына битараф булмаҫҡа кәрәклеге әйтелде. Шулай уҡ яңғыҙ атай Ә.Я.-ның да көнитмеше тикшерелеп, уға ла кәңәштәр бирелде. М.М.-дың барыһы ла һәйбәт кеүек, әммә һирәкләп эсеүе, ҡатынына ҡул күтәреүе арҡаһында ғаилә тарҡалыу хәлендә. Ҡатын-ҡыҙҙар советына был ғаиләгә күҙ-ҡолаҡ булып торорға, иргә тиҙ арала наркологҡа барырға ҡушылды. Эскелек менән мауыҡҡан М.А.-ның ғаиләһендә береһенән-береһе бәләкәй балалар дөрөҫ туҡланмай, тейешле тәрбиә алмай үҫеүҙәре асыҡланды. Ата-әсәнең икеһенә лә икенсе көнгә үк наркологҡа барырға кәрәклеге, балаларҙы башҡаса был хәлдә ҡалдырыу ярамағанлығы аңлатылды.
Комиссия ағзалары шулай уҡ осрашыуға килгән һәр кемдән өйҙәрендә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылғанмы, юҡмы икәнлеген, электр утын ҡулланған өсөн ваҡытында түләп барыуҙары тураһында ла белеште.
Һәр кемдең яҙмышы маңлайына яҙылған, тиһәләр ҙә, эсеүгә һабышып балаларын ҡарамай йөрөгән кеше был юлды үҙе һайлап алалыр. Айырыуса гүзәл зат булған әсәйҙәрҙең эскелек һаҙлығына бата барыуҙары аяныслы. Ә инде ошо осрашыуҙан һуң ҡайһы берҙәре аңына килеп, айыҡ юлға баҫыуында, балаларының киләсәге хаҡына хәстәрлек күрә башлауҙарында ошондай профилактик сараларҙың әһәмиәте, файҙаһы ҙур булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Һәр кем үҙенә кәрәкле шөғөл табып, атҡан яңы таңға ҡыуанып, балаларын һөйөп, матур итеп йәшәһен ине.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в