-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Апрель 2020, 14:25

Һуғыш ғәрәсәтен үтеп сыҡҡан яугир

Минең бабайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәли Әхмәҙи улы Мөхәмәтйәнов 1923 йылда Үтәк ауылында тыуып үҫә. Ватан һуғышы башланғас, 17 йәштән үҙе теләп фронтҡа китә.

Һуғышта Ленинград фронтының 997-се гвардия полкына эләгә. 1941 йылдың 5 декабрендә ҡаты алышта яраланып, Архангельск госпиталендә дауалана. Сафҡа баҫҡан һалдат 1942 йылда Хельсинки йүнәлешендә барған аяуһыҙ һуғышта йәнә яралана. Был урын әле лә “Смертная сопка” тип аталып йөрөтөлә. Госпиталдә дауаланып, аяҡҡа баҫҡас, уны полк мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Һуғышта рядовойҙан башлап өлкән сержант званиеһы алып, взвод менән командалыҡ итә.
Полктары Петрозаводск, Ленинград ҡалаларын дошмандарҙан азат итә. 1943 йылда иһә уларҙың полкы Сталинградҡа йүнәлеш ала. Кантимеровка, Купинск, Борисоглебск станцияларын азат итеп, һуғыша-һуғыша Курск дуғаһына табан юлдарын дауам иткәндәр. Дон йылғаһын аша сыҡҡанда Первомайск ауылын алғанда өсөнсөгә ҡаты яралана. Башта Саратовта, артабан Молотов ҡалаһы янындағы госпиталдә дауалайҙар. Һуңынан дауаланып бөтөр өсөн 6 айға ауылға ҡайтаралар. Ул ҡайтҡанда яҙғы сәсеү мәле була. Ауылда аттар юҡ, ауыл кешеләренә һыйырҙарын егеп, һабан һөрөргә, иген сәсергә тура килгән.
1944 йылдың көҙөндә, урып йыйыу эштәре тамамланғас, ҡабаттан фронтҡа алып китәләр. 1945 йылда Еңеү яҙын Берлинда ҡаршылай ул. Һәм ошо йылда данлы ла, шанлы ла һуғыш юлын үткән яугир тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
Миңлеғәли бабайым тыныс тормошта ла һәр ваҡыт алғы сафта булды. Партойошма секретары, ауыл Советы рәйесе, бригадир, агроном, келәт мөдире һәм башҡа эштәрҙе намыҫ менән башҡара. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп миҙалдарға лайыҡ була. Мөкәрәмә әбейем менән татыулыҡта, матур йәшәнеләр. 7 ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Бабайым Миңлеғәли Әхмәҙи улы 1982 йылда 59 йәшендә генә ҡаты ауырып вафат булды. Күпте күргән, күпте кисергән һуғыш ветераны һәр саҡ: “Йәш быуынға бер ваҡытта ла һуғыш күрергә яҙмаһын, донъялар имен булһын”, тип теләй торғайны.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.
Красноусол ауылы.
Читайте нас в