-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2020, 14:00

Ижадын ауылдаштар баһаланы

Танылған композитор, шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимраниға 65 йәш. Ошо уңайҙан ул ижадташ дуҫтары менән Бурлы һәм Үзбәк ауылдарында юбилей концерты ойошторҙо.

Ике ауылда ла мәҙәниәт йортоноң тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы ине. Яҡташтарының Р. Ғимрани ижадына битараф булмауын йәнә лә иҫбатлауы ине был. Ә яҡташтар иғтибары, ихтирамы, бәлки, төрлө кимәлдәге наградаларға ҡарағанда ла юғарыраҡтыр ҙа әле. Ошо ауылдар халҡы ғына түгел, күрше-тирәләрҙән дә йыр-моңға, шиғриәткә һыуһап, күңел ҡылдарына сиртерлек, хистәрҙе сайпылдырырлыҡ йырҙар, йөрәккә үтерлек шиғырҙар тыңлап, илаһи моң даръяһында йөҙөргә тип килделәр. Ә Рәмил Ғимраниҙың билдәле йырсылар башҡарыуындағы йырҙары, ысынлап та, күңелдәргә үтеп инде.
Концертты районыбыҙҙың һандуғастай моңло тауышлы йырсылары, Рәмилдең хеҙмәттәштәре Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы. Сценарий авторы ла Р. Хәбибуллина.
Бына Үзбәк мәҙәниәт йорто сәхнәһенә, ауылдаштары алдына, сәстәренә сал ҡунған, әммә күңеле менән һаман да йәш, олпат ир-уҙаман сыға. Юҡ, ул инде бынан 45 йылдар элек ошо мәҙәниәт йортонда клуб мөдире булып эшләгән, ауыл клубы сәхнәһендә тәүге ижади хеҙмәтен башлап торған егет түгел, хәҙер инде республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә исеме билдәле шәхес. Бөгөн ул күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә байҡау яһай, үҙенә күрә тыуған төйәгендә һынау тота кеүек. Ауылдаштары уны йылы, ихлас ҡабул итте. Юбилярҙы ҡотлап һүҙ алған ауылдаштары – Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Минзилә Ғәлина, китапханасы Гөлнәзирә Ғәлина, мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Флүрә Ғәзизова, мәктәп директоры Айгөл Ғәбдиеваның сығышында талантлы ауыл-даш менән ғорурланыу тойғоһо һиҙелә ине. Имәндәш, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселәре Әхнәф Ноғайғолов, Рәфис Абдрахманов, Еҙем-Ҡаран ауыл советы исеменән Динира Биктимерова, район Советы секретары Рәшит Монасипов юбилярҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Рәмилдең ҡәләмдәше, яҡын дуҫы Асия Басирова, шулай уҡ сәсәниә, шағирә Фәүзиә Ҡотлогилдина ла матур теләктәр теләне, шиғырҙарын уҡыны.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар, билдәле йырсылар Айнур Абдуллин, Фирзинә Абдуллина, үҙебеҙҙең район йырсылары Рәмил Ҡотдосов, Рәзилә Хәбибуллина, Фәнзил Ғәлин, баянсы Наил Вәлиев, бейеүсе Илшат Хәбибуллиндың йыр-моңдары, бейеүе күңелдәргә хуш килде. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Сәхнәлә яңғыраған йырҙар һәм шиғырҙар, әлбиттә, Рәмил Ғимраниҙыҡы ине. Юбилей концерты юғары кимәлдә үтте. Мәҙәниәт йорто эсендә генә ҡалмай, стеналар аша үтеп йыраҡтарға таралған йыр-моңдар, тамашасыларҙың ихлас итеп алҡышлап ултырыуы Рәмилдең ижадына юғары баһа булды. Ошондай матур үткән кисәнән һуң:
Дуҫтар менән бер ултырыу
Үҙе бер ғүмер икән.
Ижадсыға илһам биргән –
Ауылдаштар, һеҙ икән,
тип әйтке килә. Шәхес ниндәй генә юғарылыҡҡа күтәрелмәһен, тәүге баһаны ауылдаштар, яҡташтар билдәләй. Рәмил Ғимраниға иҫәнлек, ижади уңыштар юлдаш булһын.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Читайте нас в