-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель 2020, 11:00

Шиғырҙар яҙған һағынып, Ҡайтырмын, тип, ашҡынып

Ҡартатайым Ғәбит Рәхмәтулла улы Маннанов 1912 йылда Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк икенсе балаға йөклө ҡатыны Хәлимә менән ҡыҙы Венераны ҡалдырып, үҙе теләп фронтҡа китә. Август айында уның улы, минең атайым Риф тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартатайым улын, атайым иһә үҙенең атаһын бер тапҡыр ҙа күрә алмай.

Кесе лейтенант Ғәбит Рәхмәтулла улы фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышып, уларҙы тыуған еребеҙҙән ҡыуып Смоленск өлкәһенә тиклем барып етә.
1943 йылдың ноябрендә хат ташыусы Хәлимә әсәйебеҙгә “ҡара ҡағыҙ” килтерә. “Һеҙҙең ирегеҙ, уҡсылар взводы командиры Ғәбит Рәхмәтулла улы Маннанов, Социалистик Ватаныбыҙ азатлығы өсөн көрәштә, хәрби антына тоғро булып, 1943 йылдың 29 октябрендә батырҙарса һәләк булды. Ул Смоленск өлкәһе, Горски районының Ползухи ауылы янында ерләнде,”- тип хәбәр ителә был хатта.
Был ваҡытта ҡартатайыма ни бары 31 йәш була. Һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро булып, фашистарҙы тиҙерәк еңеп, тыуған яғына, ҡатыны, улы менән ҡыҙы янына ҡайтырға тип үҙен аямай ҡаһармандарса алыша ул. Венера апайыбыҙ ҡартатайыбыҙҙың әсәйебеҙгә яҙған хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. Уның һәләк булыуы хаҡындағы ҡәһәрле “ҡара ҡағыҙ“ҙа бар был хаттар араһында. Хаттарында уның тормошто, ҡатынын, балаларын шул тиклем ныҡ яратыуы, тиҙерәк улар янына ҡайтырға ашҡыныуы сағыла. Бер нисә хатын гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм: “Йәнекәйем минең Хәлимәм. Аҡыллым, һеҙгә йөрәктән сыҡҡан ҡайнар сәләмдәремде ебәрәм. Һеҙҙең иҫән-һау, сәләмәт булыуығыҙҙы теләп ҡалам. Бик һағынам үҙегеҙҙе. Һинең хатыңды алһам, үҙеңде күргәндәй булам”. “Яҡыным, йөрәккәйем минең. Венера, Риф, Хәлимә ҡәҙерлеләрем. Һәр ваҡыт һеҙҙең турала уйлайым һәм беҙ фашистарҙы оҙаҡламай тар-мар итеп, иҫән-имен өйгә ҡайтырбыҙ, тип ышанам”. ”Беҙ оҙаҡламай Гитлерҙы ер йөҙөнән юҡ итербеҙ, һөйөклөм. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, тағы ла бергәләшеп, тыныс һәм бәхетле тормошҡа ҡыуанып ғүмер итербеҙ”. Күп хаттары ошондайыраҡ шиғри юлдар менән тамамлана:
“Беҙ барабыҙ көнбайышҡа,
Юлдарыбыҙ соҡорло.
Һин ҡайғырма, һөйөклөм,
Гитлер көнө һанаулы.
Ҡайҙа һин, Хәлимәкәй,
Мендеңме әллә һин айға?
Һағынғанда айға ҡарайым,
Унда ла юҡ, һин ҡайҙа?”
Әйткәндәй, һуғышҡа тиклем
ҡартатайым уҡытыусы булып, башланғыс класта уҡыусы балаларға белем биргән, шиғырҙар яҙған. Бына мин дә ҡартатайымдың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, күңелемдәге уй-хистәрҙе шиғри юлдарға һалдым.
31 йәш. Бигерәк йәп-йәш,
Уҡсылар взводы командиры.
Һуңғы фотоларында бик күп йондоҙ-
Миҙал биҙәй уның мундирын.
Һуғышта ул һыр бирмәгән,
Бик ҡыйыу, батыр булған.
Шиғырҙар яҙған һағынып,
Ҡайтырмын тип ашҡынып.
Һуңғы һулышынаса
Тоғро булған иленә.
Илгә, ғаиләһенә һөйөүе,
Хаттарында күренә.
Ҡартатайым, ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ һине онотмайбыҙ.
Һинең яҡты, изге рухыңа
Дан йырҙары ғына йырлайбыҙ.
Тыныс йоҡла, ҡартатайыбыҙ, беҙ һинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Рәмилә Сибәғәтуллина.
Красноусол ауылы.
Читайте нас в