-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель 2020, 18:35

90 йәш булыр ине...

Атайым, тыл һәм хеҙмәт ветераны Айҙар Кәрим улы Әлибаев Юлыҡ ауылында Миңлеямал менән Кәримдең ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, ул ауырлыҡтарға бирешмәҫ, ныҡлы булып үҫә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланып, атаһын тәүгеләрҙән булып фронтҡа алғас, инәһенә ярҙам итеү, ике туғанын ҡарау уның - 11 йәшлек баланың иңенә һалына. Өҫтәүенә, ололар менән бер рәттән, атаһының ҡайтыуын, Еңеү көнөн яҡынайтыуға бар көстәрен һалып колхоз эшенә егелеүҙәр. Әммә атайҙарына һуғыш ғәрәсәте эсенән әйләнеп ҡайтыу насип булмай, яу яланында ятып ҡала. Аяуһыҙ һуғыш атайымды туғандары Рим һәм Гәүһәр менән атайһыҙлыҡ әсеһен татып йәшәргә мәжбүр итә. Ниҙәр генә күрергә-кисерергә тура килмәй уға. Әммә сабыр холоҡло атайым тормош һынауҙарына бирешмәгән.
Тыныс тормошта иһә улхаҡлы ялға туҡтағансы йәнтөйәгенә, тыуған “Мағаш” колхозына лайыҡлы хеҙмәт итте. Ниндәй генә эштә эшләһә лә намыҫлы булды. 1959 йылда Һабай ауылынан Рауза Зыя-зетдин ҡыҙы Ғилманшина менән яҙмыштарын бәйләп, татыулыҡта 50 йыл йәшәнеләр, һәр кемгә өлгө булырҙай донъя көттөләр. 7 балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике улдары һәм ике ҡыҙҙарын сабый көйө генә юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә уларға. Беҙ, өс ҡыҙҙары Зөһрә, Таңсулпан һәм миңә матур тәрбиә биреп, үҙҙәре кеүек намыҫлы итеп үҫтерҙеләр, хәстәрлекле булдылар. Бының өсөн рәхмәтлебеҙ. Бөгөн атайым менән инәйем беҙҙең арала юҡ инде, уларҙың рухын шатландырып, лайыҡлы тормош көтәбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ, үҙебеҙҙең яратҡан һөнәрҙәребеҙ буйынса эшләйбеҙ.
15 апрелдә атайыма 90 йәш тулған булыр ине. Әммә бынан 10 йыл элек, йәғни 80 йәшен билдәләгәс, мәңгелек донъяға күсте...
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в