-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 12:20

Байрамыбыҙ менән!

Хөрмәтле урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, муниципаль хеҙмәт ветерандары, депутаттар! Һеҙҙе Урындағы үҙидара көнө менән ҡотлайым!

Календарҙа был дата осраҡлы барлыҡҡа килмәгән. Ошо көн - килеп тыуған мәсьәләләрҙе урындағы халыҡ мәнфәғәтендә хәл итеп көндәлек тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барыусы хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы. Улар иңенә кешеләрҙең социаль һәм иҡтисади именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән.
Хөрмәтле коллегалар! Халыҡ хәстәре менән йәшәп, үҙ тәжрибәгеҙ, белемегеҙ менән дөйөм эшкә тос өлөш индерәһегеҙ. Киләсәкте күҙаллап кешеләрҙең бөгөнгө тормошон яҡшыртаһығыҙ. Беҙгә бер төптән булып урындағы үҙидаралыҡты нығытыу, финанс мөмкинлектәрен арттырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләргә кәрәк. Сөнки үҙеңдең халҡыңа хеҙмәт итеүҙән дә абруйлыраҡ һөнәр юҡ.
Бөгөн беҙ халыҡтың тормош кимәлен күтәреү, районыбыҙҙы эш һәм ял өсөн уңайлы итеү хәстәре менән янып йәшәйбеҙ. Был мөһим бурысты уңышлы үтәп сығыу урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығына ғына түгел, граждандарҙың әүҙемлегенә, иң ҡатмарлы һорауҙарҙы ла кәңәшләшеп хәл итә белеүгә бәйле.
Байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бөтмәҫ көс-дәрт, яңы башланғыстарығыҙҙа, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в