-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 16:45

Хакимиәт – халыҡ өсөн

Йылдың-йылы 21 апрелдә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Ул муниципалитет хеҙмәткәрҙәренең, йәғни үҙҙәренең бар һәләтен, көсөн һәм ваҡытын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған кешеләрҙең һөнәри байрамы. Бөгөн ауыл кешеләре өсөн урындағы үҙидара – төп власть органы. Халыҡ хаҡында хәстәрлек күреү – улар иңендә, шуға күрә ауыл биләмәһе башлығына төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир ҠУНАФИН менән әңгәмәбеҙ урындағы үҙидараның эшмәкәрлеге тураһында барҙы.

-Дамир Венер улы, ауыл биләмәһендә урындағы үҙидара эше нисек ойошторолған?
–Урындағы үҙидараның төп маҡсаты булып биләмә халҡының тормош сифатын яҡшыртыу, уңайлы шарттар булдырыу һәм йәшәйеш хәлен күтәреү тора.
Былтыр беҙҙең ауыл биләмәһендә граждандарҙың йәшәйешендә уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән ярайһы ғына эштәр башҡарылды. Шуларҙың береһе - урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе уңышлы хәл ителде. “Урам яҡтыртҡыстарын модернизациялау” программаһына ярашлы Красноусолда 1500-ҙән ашыу дана яҡтыртҡыстар һатып алып урынлаштырылды. Юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында юл билдәләре, светофор урынлаштырылды, яһалма тигеҙһеҙлектәр һалынды.
- Иңегеҙҙә дүрт ауыл халҡының йәшәйеше, уларҙың проблемалары, хәл итәһе мәсьәләләре ята. Эшегеҙҙә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусы төп таянысығыҙ кем?
-Ысынлап та, бер ауыл биләмәһе башлығына ғына дүрт ауылды тулыһынса контролдә тотоп, уларҙы борсоған бөтә мәсьәләләрҙе лә белеп, хәл итеп бөтөү мөмкин түгел. Бигүк еңел булмаған яуаплы эштә ауыл Советы депутаттары, старосталар, квартальныйҙар, урам башлыҡтары – төп ярҙамсыларым. Депутаттарҙан айырмалы рәүештә, айырыуса ауыл старос-талары ҙур эш башҡара. Һәр ауылда ла старосталар бар һәм улар власть менән халыҡ араһын бәйләүсе ролен үтәйҙәр. Улар менән ауылдарҙа халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Граждандар сходтарында, асыҡ тыңлауҙарҙа, төрлө йыйылыштарҙа улар әүҙем ҡатнаша. Старосталарҙы урындағы халыҡ үҙе һайлай. Улар кешегә ярҙамға килергә әҙер торған, намыҫлы һәм әүҙем, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған кешеләр. Беҙ уларға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Старосталар менән берлектә көтөү ойоштороу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, сүп-сар сығарыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Улар шулай уҡ имен булмаған ғаиләләр менән эшкә, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итәләр. Урындағы үҙидара үҙ сиратында уларға ярҙам ҡулы һуҙырға һәм уларҙы дәртләндерергә тырыша. Былтыр әүҙем, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып эш иткән Заречный ауылы старостаһы Мәрйәм Хәмиҙулла ҡыҙы Әхмәтйәнова ра-йон Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Красноусол ауыл Советы депутаттары ла халыҡ менән емешле эш алып бара. Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарайҙар, раҫланған графикка ярашлы айға бер тапҡыр даими рәүештә шәхси ҡабул итеүҙәр уҙғаралар, сходтарҙа, халыҡты ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса йәмәғәт ойошмалары эшендә ҡатнашалар. Беҙҙең депутаттар тарафынан кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ыңғай тәжрибәбеҙ бар. Депутатҡа урындағы халыҡ менән файҙалы эшмәкәрлек алып барыу өсөн биләмәнең тарихын, кешеләрҙең социаль һәм йәш составын, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен, социаль-иҡтисади объекттарҙың структураһын белеү мөһим. Депутаттар корпусының күпселеген тәжрибәле, булдыҡлы етәкселәр тәшкил итә, йәш депутаттарға ла ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Алда әйткәнемсә, урындағы үҙидараға етди бурыстар йөкмәтелгән, шуға ла һәр бер кешенең тормош кимәле уларҙың нисек хәл ителеүенән сығып баһалана. Беҙҙең берлектәге тырышлыҡ ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең йәшәйешенең тотороҡлолоғон дәлилләүен ышаныс менән әйтә алам.
Йәштәрҙе һәм мәктәп уҡыусыларын биләмәнең социаль-иҡтисади мәсьәләләренә йәлеп итеү йәһәтенән ирекмәндәр менән ҙур эш алып барабыҙ. Нигеҙҙә Ауырғазы күп профилле колледжы тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ район ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр”, “Ғаилә” үҙәге кеүек йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
- Дамир Венер улы, төҙөкләндереү йүнәлешендә лә эштәр алып барылалыр. Зауыҡлы биләмәләр йылында ниндәй эштәр планлаштыраһығыҙ?
-Төҙөкләндереүгә йыл әйләнәһенә етди иғтибар бүленә, ауылдарҙың матурлығы, таҙалығы унда йәшәгән халыҡтан тора. Әгәр ҙә һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын, тирә-яғын йыйыштыра, учреждение-ойошмалар үҙ ҡарамағындағы биләмәләрҙе тәртипкә килтерә икән, ул саҡта төйәгебеҙҙең йөҙө лә күпкә яҡшырасаҡ. Тирә-яҡты таҙартыу, төҙөкләндереү маҡсатында шәмбе өмәләре, экологик көндәр, тыуған төбәкте йәшелләндереү буйынса “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә. Халыҡ бындай сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Артабан да төҙөкләндереү эштәрен дауам итеп, ағымдағы йылда был йәһәттән алдыбыҙға ярайһы ғына пландар алғанбыҙ. Красноусолда, Аҡташта юлдар, Умартасылыҡ хужалығына ингән урындағы юл (отсыпка) күтәртеләсәк. Район үҙәгендәге Коммунистик, Октябрь, Көнбайыш урамдары юлдарына һәм Крупская урамына (Гагарин урамынан алып Кейекбаев урамына тиклемге арауыҡта) асфальт һалынасаҡ. Коммунистик урамындағы аллея, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ихата биләмәләре төҙөкләндереләсәк. Аҡташта, Умартасылыҡ хужалығында, Красноусолда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтары урынлаштырыу күҙаллана.
- Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата ниндәй эштәр алып барыла?
- Муниципаль берәмек тормошоноң социаль яғына килгәндә, беҙ барлыҡ байрамдарға ла етди әҙерләнәбеҙ. Биләмәлә йәшәүсе ветерандарға, тыл ветерандарына “Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығы” юбилей миҙалдары тапшырыу акцияһында ҡатнаштыҡ. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова менән берлектә 90 һәм унан өлкәнерәк йәштәге юбилярҙарға Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Ҡотлау открыткаларын һәм ауыл биләмәһенән бүләктәрҙе өйҙәрендә тапшырыу матур йолаға әүерелде.
- Урындағы үҙидара көнө уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларымды, хөрмәтле депутаттарҙы, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен Урындағы үҙидара көнө менән тәбрикләйем. Хеҙмәт уңыштары, ныҡлы һаулыҡ, именлек, еңел булмаған һәм яуаплы эштә алға ҡуйған маҡсаттарға ирешеүҙә ныҡышмалылыҡ теләйем. Беҙҙең хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге биргән вәғәҙәләрҙе мотлаҡ һәм намыҫ менән үтәүҙән тора. Шулай уҡ бөгөн төрлө йылдарҙа ауыл биләмәһенең урындағы үҙидара үҫешенә тос өлөш индергән муниципаль хеҙмәт ветерандарына рәхмәт әйтәбеҙ. Халыҡҡа хеҙмәт итеүҙән дә маҡтаулы, шул уҡ ваҡытта ауыр хеҙмәт юҡ.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.
Читайте нас в