-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Апрель 2020, 11:00

Ихласлыҡ, нур бөркөлә йөҙөнән

Сабый сағында илаҡ бала үҫеп еткәс зирәк, отҡор була, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын - 45 йәшен билдәләгән Гөлнура ла бик илаҡ була. Ана шул саҡта Нәжибә әбей гелән генә килене Альмира Сабит ҡыҙына, “ҙурайғас зиһенле, аҡыллы, үҙегеҙгә кәңәшсе, туғандарына терәк-таяныс булыр, бына мин әйтте тиерһегеҙ әле”, тип әйтер булған. Әйткәне ысынға аша нәнәһенең. Бөгөн Красно-усол шифаханаһында кадрҙар бүлеге белгесе булып эшләп йөрөгән Гөлнура Таһир ҡыҙы Юлмөхәмәтова атай-инәһе, туғандары өсөн кәрәк саҡта аҡыллы кәңәшсе, ышаныслы терәк-таяныс та.

Бәләкәйҙән, ысынлап та, зиһенле, отҡор бала була Гөлнура. Биш йәше тулыуға олатаһы менән нәнәһенә шартлатып гәзит-журнал уҡый. Урта кластарҙа уҡығанда инде олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ситдыҡ Фазыл улының һуғыш йылдары, унан һуңғы ауыр йылдар хәтирәләрен дәфтәр битенә төшөрә. Юлыҡ урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Әсәһенән күргән - тун бескән, ти ололар. Гөлнура ла әсәһе Альмира Сабит ҡыҙының юлынан китеп, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетының рус–башҡорт теле бүлегенә уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Институттан һуң Красноусол башҡорт гимназия-интернатында эш башлай. Мәктәптә, институтта уҡығанда әүҙем йәмәғәтсе булған Гөлнура Таһир ҡыҙын ра-
йон хакимиәтенең йәштәр бүлегенә эшкә саҡыралар. Байтаҡ йылдар һуҙымында был вазифала уңышлы эшләгәндән һуң Гөлнура Таһир ҡыҙы “Красноусол” шифаханаһының кадрҙар бүлегенә күсә. Был яңы вазифала ла һынатмай, үҙ бурысына яуаплы ҡарағаны, уны еренә еткереп башҡарғаны өсөн шифахана етәкселеге лә, хеҙмәттәштәре лә уны ихтирам итә.
Юғарыла әйтеп киткәнемсә, бәләкәйҙән әсәһе менән нәнәһенең ныҡлы ярҙамсыһы, ҡустылары, һеңлеһе өсөн аҡыллы кәңәшсе, матур өлгө Гөлнура. Ҡустыһы Юлай менән һеңлеһе Нурзилә апаһы юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай, һәр береһе уның кәңәшенә ҡолаҡ һала. Бөгөн дә ул туғандары өсөн терәк-таяныс, һәр береһенә иғтибарлы, ихтирамлы, һәр береһен ҡурсалап йәшәй. Ауыр саҡта, кәрәк саҡта иң беренселәрҙән булып ярҙамға килә, оло апай булараҡ йөрәк йылыһын һәр кемгә тигеҙ бүлә. Олоһона ла, кесеһенә лә берҙәй иғтибарлы, ихлас, алсаҡ. Йомшаҡ күңелле лә, һәр кемдең ҡайғы- хәсрәтен үҙенекеләй ҡабул итеп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, шатлыҡ-уңыштарың өсөн һинең менән берҙәй шатлана.
Атай-әсәһе, туғандары өсөн ышаныслы терәк-таяныс, кәңәшсе, эшендә яуаплы белгес булһа, ғаиләһендә уңған хужабикә, һәйбәт ҡатын, хәстәрлекле әсәй ул. Тормош иптәше Андрей менән татыу ғүмер итеп, ике бала үҫтерәләр. Айбулат Красноусол башҡорт гимназия- интернатының 8-се класында, ә ҡыҙҙары Софья 1-се мәктәптә уңышлы уҡып йөрөй, оҫта шахматсы һәм бейеүсе.
22 апрелдә Гөлнура Таһир ҡыҙы матур юбилейын - 45 йәшен билдәләй. Ошо айҡанлы уны ихлас күңелдән ҡотлап, бәхетле ғүмер теләге килә. Исемең булмышыңа тура килеп, донъяға гелән генә нур бөркөп, ғаиләң, атай-әсәйең, туғандарың һөйөүенә, ихтирамына төрөнөп бәхетле оҙон ғүмер кисер.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.
Читайте нас в