-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Апрель 2020, 13:40

Яҡшы башланғыс

Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре сираттағы йома намаҙына Ҡолҡан ауылының “Фәйзулла” мәсетенә йыйылды. Ауыл уртаһындағы күркәм мәсет тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.Мәсетте Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхес, “Тибет” медицина тикшереү үҙәге директоры Азат Фәйзулла улы Фәйзуллин атаһы, уҡытыусы-ветеран Фәйзулла Ямалетдин улы хөрмәтенә төҙөтә.

Фәйзулла Ямалетдин улы Фәйзуллин сығышы менән Ҡолҡан ауылынан, 1929 йылғы. Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлағас, Фәйзулла Ямалетдин улы хеҙмәт юлын 1950 йылда Йөҙимән ете йыллыҡ мәктәбендә тарих, физкультура уҡытыусыһы булып башлай. 1953 йылда тыуған Ҡолҡан ауылына ҡайтып, балаларға белем бирә. 1954 йылда Сәйетбаба урта мәктәбенә күсерелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы башланғыс кластарҙа уҡыта.
39 йыл балаларға аң-белем таратҡан Фәйзулла Ямалетдин улы Фәйзуллин “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән юғары исем алып, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була.
Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә тырыш хеҙмәттәре һөҙөмтәһе- ғәҙел, намыҫлы уҡытыусының уҡыусылары бөгөн ил алдында кәрәкле һөнәр кешеләре. Абруйлы, оло ихтирамға лайыҡ ветеран-уҡытыусыны һәр кем яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә ала. Ә уның иҫтәлеген мәңгеләштереп төҙөтөлгән “Фәйзулла” мәсете артабан да нур бөркөп, иман сығанағы булып халыҡҡа хеҙмәт итәсәк.
Азат Фәйзулла улы баҡыйлыҡҡа күскән атаһы хөрмәтенә Сәйетбаба урта мәктәбенең уҡыу йылын тик “5”-ле билдәләренә генә тамамлаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 10 уҡыусыһына һәм иң шәп спортсыһына йыл һайын үҙенең премияларын тапшыра. Быйылғы уҡыу йылына ул үҙе уҡып сыҡҡан Сәйетбаба урта мәктәбенең ике бинаһының да ишек алды тупһаларын ремонтлаттырҙы.
Азат Фәйзулла улының әсәһе Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы ла бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Башҡорт дәүләт педагогия инс-титутын тамамлаған йәш белгес 1950 йылда районыбыҙҙың Үтәк урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы Үтәк мәктәбендә биология, география, рус теле, астрономия һәм башҡа фәндәрҙе уҡыта. 1952 йылда Яңғыҙҡайын урта мәктәбенә география уҡытыусыһы итеп күсерелә. 1954 йылда Сәйетбаба урта мәктәбенә директор урынбаҫары булып эшкә ебәрелә. Ул балаларға география фәненән белем бирә.
Фәйзулла Ямалетдин улы менән тормош ҡороп, Сәйетбаба урта мәктәбендә бергәләп эшләйҙәр. 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанда Рәзәнә Фәррәх ҡыҙының 38 йыл педагогик стажы була.
Талапсан, белемле, үҙ өҫтөндә даими эшләгән, һәр эште теүәл үтәгән ғәҙел уҡытыусы Рәзәнә Фәррәх ҡыҙының хеҙмәт емештәре бөгөн дә баһалы.
Улы Азат Фәйзулла улы әсәһе хөрмәтенә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда бер нисә тапҡыр Өфө филармонияһы артистары концертын халыҡҡа бүләк итте. Рәзәнә Фәррәх ҡыҙына һау-сәләмәт, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Азат Фәйзулла улының ата-әсәһенә хөрмәте, халҡына булған ихтирамы үҙенә лә изгелектәр булып ҡайтһын.
Бөгөн “Фәйзулла” мәсетенең күркәмлек һәм яңы рухи көс менән эш башлауы һөйөнөслө. Күптән түгел имам-хатип итеп тәғәйенләнгән Ғәзиз Фәйзулла улы Хәйруллин үҙенең тормош иптәше Зилә Фахразый ҡыҙы менән илһамланып эшкә тотондолар. Зилә Фахразый ҡыҙы йома намаҙынан һуң ғәрәп теленә өйрәнергә теләүселәргә дәрестәр ҙә ойоштора. Уларға намаҙға баҫырға һәм ғәрәп телен өйрәнеүгә арналған дини китаптар, календарҙар һәм тиҫбеләр бүләк итте.
Ғәзиз Фәйзулла улы Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра, ә Зилә Фахразый ҡыҙы Октябрьский ҡалаһындағы “Нурул Ислам” мәҙрәсәһенең 2-се курсында дини белем ала.
Йома намаҙына ҡунаҡтарҙы Зилә Фахразый ҡыҙы яҡты йөҙ менән йылмайып ҡаршы алды. Сәйетбаба ағинәйҙәре менән бергә Ҡолҡан ауылы мәсетенә хажиәләр Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова һәм Әлмира Әсҡәт ҡыҙы Ғөбәйҙуллина дини ҡәрҙәштәре менән килделәр.
Сәйетбаба ауылынан килгән Айваз Айҙар улы Һөйөндөков аҙан әйтте, намаҙ ҡағиҙәләренә таянып, өйлә намаҙын дөрөҫ итеп ойошторҙо. Йәштәрҙең изге эшкә ҡушылыуы яҡшы башланғыс.
Намаҙҙан һуң ағинәйҙәр мөнәжәттәр әйтте. Ҡунаҡтар менән бергәләп һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар бик фәһемле булды. Улар килтергән китаптар менән таныштылар, һатып та алдылар.
Осрашыу бергәләп әҙерләгән сәй өҫтәле артында ла йәнле барҙы. Төрлө һорауҙарға яуаптар бирелде. “Һәр ауылда ла мәсеттәр буш тормаһын, халыҡ йөрөһөн”, - тигән изге теләктә таралыштыҡ. “Фәйзулла” мәсетендәге осрашыу бөтәһенә лә оҡшаны, артабан да иман йортона һуҡмаҡ өҙөлмәҫ, Ҡолҡан халҡы мәсеткә берҙәм йөрөр тигән ышаныста ҡалабыҙ һәм саҡырабыҙ. Изге эштең изге башланғысы хәйерле булһын!
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас в