-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель 2020, 12:50

Баҫыуҙарҙа гөрләй тракторҙар

“Восход-СТ” хужалығында яҙғы баҫыу эштәренең башы ғына әле, әммә ҡыҙыу төҫ алған. Хужалыҡ механизаторҙары әленән-әле ямғыр-ҡар яуып китеүенә ҡарамай, көндө төнгә ялғап дым ҡаплатыу, сәсеүлектәрҙе ашлау менән мәшғүл.

Бында ужым культуралары 1000 гектар майҙанды биләй. Әлеге мәлдә баҫыуҙарҙы өҫтәмә туҡландырыуға ике агрегат йәлеп ителгән. Цапаловка ауылы янында хужалыҡ механизаторҙары Мансаф Зәйнетдинов менән Сергей Михайлов агрегаты “РУМ” тағылмалы, ә Салауат Замилов менән Евгений Яннов “Туман” һиптереү ҡоролмаһында 600 гектар сәсеүлектәрҙе ашлаған да инде. Марсель Рәхмәтуллин менән Артем Долин дым ҡаплатыуҙа эшләй. Илдар Йәнбәков ерҙәрҙе дискылы тырма менән эшкәртә.
Механизаторҙарҙы туҡландырыу ҙа ойошторолған. Төшкө йылы ашты баҫыуға, һәр агрегат янына алып киләләр. Тимәк, һәр минуты ҡәҙерле, ҡыҙыу мәлдә тракторҙар оҙаҡҡа туҡталып тормай. Сәсеүлектәрҙе туҡландырыуҙың, дым ҡаплатыуҙың мөһимлеген, ғөмүмән, бөгөнгө хеҙмәт буласаҡ уңышҡа туранан-тура бәйле булыуын бик яҡшы аңлап эш итә механизаторҙар.
Тиҙҙән бында сәсеү эштәре башланыр. Тейешенсә эшкәртелгән бәрәкәтле ергә алтындай ҡәҙерле орлоҡтар төшөр.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в