-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Апрель 2020, 21:35

Булдыҡлы апайыбыҙ

Мәктәптә уҡыған йылдар һәр кемдең күңелендә матур хәтирәләр һаҡлай.

Беҙ үҫкәндә мәктәп тарихында иң иҫтә ҡалғаны уҡытыусыларҙың етешмәүе булғандыр. Бәлки, заманаһы шулай, педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ көслө булғандыр, килеп китеүсе уҡытыусылар күп булды.
6-сы класта уҡығанда беҙҙең Ҡауарҙы мәктәбендә Миңзилә исемле апай пионервожатый булып эш башлап, бер ни тиклем ваҡыттан һуң йыр дәресенән уҡытыуға күсте. Ул балалар араһында тиҙ үк уртаҡ тел тапты. Йыр дәресенә әҙерләнеп, көтөп ултыра инек. Үҙе йәп-йәш - 17 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе, шундай шаян, шуҡтарҙы “йүгәнләй” алғас, бик булдыҡлы апай булғандыр, тип әйтке килә уның тураһында. Беҙгә уҡытыусыбыҙ ниндәй генә йырҙар өйрәтмәне, төрлө милләт йырҙарын өйрәтеүсе лә, төрлө уйындарҙы ойоштороусы ла тап ул булды. Бына шулай беҙ уның матур йырҙарын тыңлап үҫтек, бынан тыш төрлө спектаклдәрҙә лә ҡатнаштыҡ.
Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек уҙа икән. Миңзилә апай хәҙер өләсәй, тормош иптәше Мәүлимбирҙе ағай менән өлгөлө матур донъя көтәләр. Ошо йылдар арауығында Миңзилә Миңлеғәле ҡыҙы юғары уҡыу йортон тамамланы, Ҡауарҙы урта мәктәбендә хаҡлы ялға туҡтағансы оҙаҡ йылдар рус, башҡорт телдәренән балаларға белем бирҙе.
Мәүлимбирҙе ағай иһә беҙҙе 8-10-сы кластарҙа математиканан уҡытты, оҙаҡ йылдар Ҡауарҙы урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡты. Бер минут тик торорға күнекмәгән, әүҙем тормош алып барған Миңзилә апай ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Бер мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй. Бөтмөр хужабикәнең өйөндә лә һәр саҡ тәртип, урамдары гөл-сәскәгә күмелә.
Нәзировтар биш бала тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөн ҡыҙҙары Миңлегөл, Фәрзәнә, Шәүрә, улдары Юлай менән Азамат үҙҙәре төрлө урындарҙа эшләйҙәр, һәр береһе ғаиләле.
Ошо көндәрҙә Миңзилә апайға 65 йәш тулды. Беҙгә мәктәптә йыр дәресенән һабаҡ биреп, йыр-моңға һөйөү уятҡан Миңзилә Миңлеғәле ҡыҙын класташтар, шулай уҡ ауыл халҡы, Ҡауарҙы урта мәктәбе коллективы исеменән ҡотлайбыҙ, ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.
Мәүлит ШӘРӘФЕТДИНОВ.
Ҡауарҙы ауылы.
Читайте нас в