-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2020, 16:25

Ғорурлығыбыҙ булған ҡарт олатайҙарыбыҙ

Дистанциялы уҡыуға күсеүҙән алда Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап мәктәптәрҙә төрлө саралар үткәрелеүе мәғлүм. Красноусол башҡорт гимназияһының 8 “Б” класы уҡыусылары менән ошо датаға арнап класс сәғәте үткәргәйнек. “Хәтер һәм дан дәресе” исеме аҫтында үткән был сараға уҡыусыларға алдан эш йөкмәтелгәйне. Улар ҡарт олаталары хаҡында мәғлүмәттәр туплап, уларҙың еңеүгә индергән өлөштәре тураһында һөйләргә тейеш ине. Әлбиттә, был эштә уларға ата-әсәләре лә ярҙамға килде һәм билдәләнгән көндө уҡыусылар иптәштәрен олаталарының яу юлдары менән таныштырҙылар.

Һәр уҡыусының сығышы олаталарының фотоһүрәттәре, һаҡланған документтарын сағылдырған слайдтар менән үрелеп барҙы. Яҡындары тураһында һөйләгәндә балалар улар өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисереүҙәре тураһында әйтеп киттеләр һәм мин ошонан сығып, ике уҡыусының ҡарт олаталары тураһындағы мәғлүмәттәрен башҡаларға ла тәҡдим итәм.
«Мин ҡарт олатайым Кашфулла Камал улы Шәрипҡолов тураһында һөйләмәксемен. Ул - минең әсәйемдең олатаһы, 1904 йылғы. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем, 1925-1928 йылдарҙа, армия сафтарында хеҙмәт итә. Һуғыш башланғанда уға 37 йәш була. Шул йылдың 5 декабрендә фронтка ебәрәләр, һуғышта кем, ҡайһы ерҙәрҙә һуғышыуын, яраларын дәлилләгән документтар һаҡланған. Ул саперҙар батальонында хеҙмәт итә, һуғыш барышында өс тапҡыр яралана. Ҡарт олатайым һуғыштың башынан аҙағына тиклем рядовой булып үтә. Армиянан 1945 йылдың 15 авгусында демобилизовать ителә. 1983 йылда 79 йәшендә вафат була. Ул Еңеүҙең 20, 30 йыллығы, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән. Әлеге көндәге тыныс тормошта йәшәүебеҙгә олатайымдың да өлөшө ҙур булғандыр. Киләсәктә ундай ҡурҡыныс һуғыштар булмаһын ине тип теләйем. Эльвина ШӘРИПҠОЛОВА.»
«Минең ҡарт олатайым Әйүп Ноғоман улы - Хызыр олатайымдың атаһы. Улар ғаиләлә өс малай була. Иң олоһо - Әйүп олатай, икенсеһе -Суфиян, өсөнсөһө -Сабирйән. Ғаиләлә иң өлкәне булғанға, уға күп эш төшә. Ҡауарҙы мәктәбенең 7-се класын тамамлауға Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Шул ваҡыттан алып ҡарт олатайым колхоздың иң әүҙем эшсеһенә әүерелә. Яҙын, йәйен, көҙөн ат менән ер һөргән, ураҡ менән һуғылған игенде Баҡраҡ ауылына ташыған, ҡыштарын Үзбәк ауылына утын ташыған. 1943 йылдың башында армияға алына. Башта ул өс ай һуҙымында Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында әҙерлек үтә, һуңынан фронтҡа оҙатыла. Уның һуғыш тураһындағы хәтирәләре яҙып алынған документ һаҡланған. Ҡарт олатайым иҫән саҡта уның тураһында ауылдашы Сәмиғулла бабай Ишмырҙин яҙып алған булған һәм беҙ был мәғлүмәтте Юлыҡ ауылы сайтынан таптыҡ. Был яҙмаларҙан Әйүп ҡарт олатайым бик ҙур һуғыштарҙың береһендә, Ленинград өсөн алышта ҡатнашыуы, ул һуғышта бик күп һалдаттарҙың ҡырылыуы тураһында белдем. Ә снарядтар ярылыуынан ерҙең һелкенеп тороуы был бәрелештең бик ҡаты булыуы тураһында һөйләй. Ленинград дошмандарҙан ҡотҡарылғас, ҡарт олатайым Псков ҡалаһы өсөн һуғышта ҡатнаша һәм бәрелештәрҙең береһендә ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Ленинград госпиталендә биш ай ятҡандан һуң Вологодск өлкәһенең Сокол ҡалаһында бер ай дауалана һәм 1944 йылдың август айында армия хеҙмәтенә яраҡһыҙ тип ҡайтарып ебәрәләр. Ауылға ҡайтҡас, тыныс тормошта олатайым төрлө яуаплы эштәрҙә эшләгән, һәр эштә лә үҙен талапсан, яуаплы эшсе итеп күрһәткән. Минең шундай ҡыйыу, батыр олатайым булғанына ғорурланам. Уның тураһындағы якты иҫтәлектәр һәр саҡ беҙҙең күңелдәребеҙҙә һаҡланыр. Рената ҠОРМАНҒОЛОВА.»
Луиза ҒӘЛИУЛЛИНА,
Красноусол башҡорт гимназия-
интернаты тәрбиәсеһе.
Читайте нас в