-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2020, 19:30

Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышы

Йәшәү тарихын 1972 йылда башлаған Ғафури халыҡ театры туған телде, милли рухты һаҡлай, үҫтерә. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ театры бик күп һәүәҫкәр таланттар аса. Эйе, Ғафури халыҡ театры республикала 200-ҙән ашыу халыҡ театры араһында алдынғыларҙың береһе һанала.

50 йыллап эшләү дәүерендә бик күп спектаклдәр ҡуйылды. Улар араһында М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы ғына дүрт состав менән ҡуйылды. 1972 йылда Ә.Исҡужина был трагедияны ҡуя. Ә һуңынан бүтән һәүәҫкәр артистар менән өс тапҡыр сәхнәгә сығарҙыҡ. Ә.Атнабаевтың “Балаҡайҙарым”, “Ул ҡайтты”, “Шоңҡар”, “Игеҙәктәр”, “Әсә хөкөмө”, “Законлы никах менән”, Х.Ибраһимовтың “Зәңгәр шәл”, Н.Нәжмиҙең “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, Т.Миңнуллиндың “Гөргөри кейәүҙәре”, “Дуҫтар йыйылған ерҙә”, “Мөхәббәт ҡоштары”, “Пуля”, Н.Асанбаевтың “Рәйсә менән Фәйзи”, Ә.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, Х.Ибраһимовтың “Башмағым”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, С.Әбүзәровтың “Байраҡ аҫтында”, “Йәшлеккә ҡайтыу”, “Сәйнүк ҡайнап сыҡҡан арала", “Бомба”, Л.Вәлиевтең "Кәләш әйттергәндә", Р.Сафиндың "Ҡыр ҡаҙҙары", М.Багаевтың "Ҡауышалар парҙар", М.Ҡунафиндың "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы”, С.Суринаның “Һарыҡты кем ашаған”, тағын әллә күпме спектаклдәр әҙерләп ҡуйылған.
Өс йылға бер үткән республика “Алтын тирмә” фестивалдәрендә әүҙем ҡатнашып, беренсе, өсөнсө урындарҙы йыш алдыҡ, ә 2006 йылда М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы менән Белорет ҡалаһында үткән фестивалдә Гран-при алыу, 2018 йылда Учалы ҡалаһында үткән төбәк-ара фестивалдә төрлө яҡтан йыйылған иң яҡшы 20 театр араһында икенсе урын, ошо уҡ йылда Әбйәлилдә республика фестивалендә Гран-при алыу үҙе күпте һөйләй. Ә халыҡ театры исемен 20 йыл буйы һәүәҫкәр драма түңәрәк менән күп спектаклдәр ҡуйғас ҡына, 1994 йылда яулау тағы ла күберәкте һөйләй бит. Эйе, ауыр саҡтар ҙа күп булғандыр, әммә спектаклдән-спектаклгә ҡатнашып, халыҡ театры исемен алыуҙа, үҫтереүҙә ҙур көс һалған һәүәҫкәр артистарға оло рәхмәт, иҫәнлек-һаулыҡ теләге килә. Тәжрибәле сәхнә оҫталары менән мин ғорурланам.
Ә төп һүҙем быйыл үтәсәк М.Ғафуриҙың 140 йыллыҡ юбилейына бағышлана. 1974 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлап, район мәҙәниәт һарайында методист булып эш башланым. Драма түңәрәге йыл да яңы әҫәр әҙерләп ҡуя ине. 1980 йылда М.Ғафуриҙың 100 йыллыҡ юбилейына “Ҡара йөҙҙәр” трагедияһын әҙерләнек. 30 һәүәҫкәр ҡатнашҡан спектакл-де районда бик күп ауыл сәхнәләрендә күрһәттек. Ул йылдарҙа клубтар шығырым тулы, тамашасылар концерт-спектаклдәргә эркелеп килә ине.
Сәхнәгә шаулашып-гөрләшеп йәштәрҙең килеп сығыуы, оло йәштәге тамашасыларҙы, моғайын, йәшлектәренә алып ҡайтҡандыр. Егеттәрҙең бесән сабып, салғы янып тороуҙары – ауыл кешеһенә яҡын күренеш. Яланға ҡыҙҙар килеп сығыуы, уйын-көлкө менән бер рәттән йыр-бейеү, күңел асыу сәхнәһен, әле генә күңелдәрендә һөйөү морон төрткән ике ғашиҡ йәндең һөйләшеп торғандарын бай малайы күреп, көнсөллөгө менән бысраҡ һүҙ тарата, ғәйбәт шунда уҡ дин әһелдәренә етә. Йәштәрҙең биттәренә ҡором буяп, муйындарына тимер-томор тағып урам буйлап йөрөтәләр. Һөйөү бәхетен татып та өлгөрмәгән йәштәрҙең саф, эскерһеҙ мөхәббәтенә яла яғыла. Ҡыҙҙың атаһы ла, берҙән-бер ҡыҙының шундай оло ҡазаға тарыған мәлендә ярҙам итмәй, өйөнән ҡыуа. Һөҙөмтәлә ҡыҙ аҡылдан яҙа, мәкегә төшөп үлә. Тормошта булып үткән ваҡиғаларҙы яҙып, киләһе быуынға мираҫ итеп ҡалдырған М.Ғафуриға мең тапҡыр рәхмәт әйтке килә. Үткән заманда булған ҡот осҡос хәл-ваҡиғаларға һәйкәл ул. Әлбиттә, бындай әҫәрҙәр сәхнә түрендә булырға тейеш.
1980 йыл тәүге әҙерләгәндә Закир ролен уҡытыусы Әнүәр Ғәзизов, ә Ғәлимә ролен бейеүсе Рәүилә Фәхретдинова башҡарҙы. Улар ролдәрен тулыһынса асып бирҙеләр. Закирҙың моңло йырҙары спектаклде йәмләне. Шулай уҡ бүтән ҡуйылған спектаклдәр ҙә тамашасы һөйөүен яулаған редакция хеҙмәткәре Флүрә Садиҡова, уның тормош юлдашы, шофер Фәнил Садиҡов, район мәғариф бүлеге инспекторы Аман Юлъяҡшин, ДОСААФ рәйесе Әмир Шәмсетдинов, МСО-нан Муса Мөхәмәтйәнов, Фәниә Усманова, район Советы водителе Рауил Абсаттаров, мәҙәниәт бүлегенең баш бухгалтеры Зөлфиә Рәхмәтуллина, янғын һағынан Рәмил Сәйфуллин һәм мәҙәниәт йортонан М.Зәйнешев, А.Насирова, Ф.Ғәйнуллин, М.Вәлиев, М.Вәлиева, А.Шәмситов һәм башҡалар уңышлы сығыштары менән тамашасы күңелендә ҙур ихтирам яуланылар. Спектаклгә Макс Ғәлиев декорация, реквизиттар әҙерләне. Әлбиттә, ҙур эш был. М.Ғафуриҙың 100 йыллыҡ юбилейына август башында Еҙем-Ҡаран клубы сәхнәһендә ҡуйған тамаша юбилейҙа ҡатнашҡан ҡунаҡтарға ла, ауыл халҡына ла матур бүләк булды.
Егерме йылдан һуң республикала үткән “Алтын тирмә” фестиваленә ошо әҫәрҙе икенсе төркөм менән сәхнәгә сығарҙыҡ. Башта район сәхнәләрендә, һуңынан Стәрлебаш районында сығыш яһаныҡ. Ә Миәкәлә үткән фестивалдә жюри рәйесе Гөлли Мөбәрәкова беҙҙең спектаклде юғары баһаланы. Бигерәк тә Закир ролен башҡарған Хызыр Нәзиров “Иң яҡшы ирҙәр ролен башҡарыусы”, ә Ғәлимә ролен башҡарған Рима Шәрипова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар ролен башҡарыусы” номинацияларында республикала еңеүсе булыуҙары беҙҙе һөйөндөрҙө. Мулла ролен башҡарған Муса Мөхәмәтйәнов “Театрға бирелгәнлек" номинацияһында еңеп сыҡты. Ә үҙем “Иң яҡшы режиссер эше өсөн” номинацияһында баһаландым. Йөҙләгән
театр араһында өсөнсө урын алып, лауреат булып ҡайттыҡ Миәкәнән. Был төркөмдә быяла заводы эшсеһе Фаил Әбделмәнов, курортта эшләгән Булат Йосопов, район статистика идаралығы начальнигы Фәриҙә Монасипова, уҡыусы Алик Йосоповты тамашасы бик йылы ҡабул итте. Ә декорацияларҙы Рәжәп Хәкимов эшләне. Музыка менән биҙәгән Венер Хәбибуллиндың эше лә маҡтауға лайыҡ. Красноусол мәктәптәре уҡытыусылары Азамат Абдуллин, Ришат Уразғолов, Айрат Баймөхәмәтов йәштәр ролдәрен оҫта башҡарҙылар. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Ғәйнуллина ролен иҫтә ҡалырлыҡ итеп асып бирҙе. М.Ғафуриҙың 120 йыллыҡ юбилейына беҙҙең тарафтан ҙур бүләк булғандыр был еңеү.
Быйыл М.Ғафуриҙың 140 йыллыҡ юбилейына ла “Ҡара йөҙҙәр”ҙе өр-яңы төркөм менән сығарырға йыйынған инек, тик коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл тотҡарлап тора. Шулай ҙа, сихри көскә, тылсымға эйә булған беҙҙең театрыбыҙ һүнмәҫ. Талантлы һәүәҫкәр артистарыбыҙ, яратҡан тамашасыларыбыҙ, үҙ юлыбыҙ бар. Данлы үткәндәргә тағы ла маҡтауҙар өҫтәлер әле.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Читайте нас в