-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Май 2020, 11:15

Ирекмәндәр әүҙем эшләне

Республикабыҙҙа “Аҙыҡ-түлек ярҙамы” социаль проекты тормошҡа ашырылып, ярҙамды коронавирус инфекцияһы таралыу арҡаһында хәүеф төркөмөнә ингән, минималь пенсияһына федераль өҫтәмә түләүҙәр алған 65 йәштән өлкән кешеләр алды.

“Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе төҙөгән исемлек бу-йынса Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Сәйетбаба, Ҡаранйылға, Туғай, Ҡолҡан, Уҫман, Йөҙимән, Имәнлек ауылдарында бөтәһе 117 кешегә аҙыҡ-түлек пакеттары таратылды. Был эштә ирекмәндәр: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Флүр Фәхриев, Марс Ғәзизов, Илһөйәр Мортазина, Гөлшат Вәлиева, Миңһылыу Абдуллина, мәктәп ашнаҡсылары Айһылыу Рәхмәтуллина, Гөлнур Ҡотлобаева, Зилара Заһиҙуллина, Инира Ғәлина, Земфира Рәхимғолова, балалар баҡсаһы хеҙмәткәре Гүзәл Ишбулдина, социаль хеҙмәткәрҙәр Айһылыу Баязитова, Фәнилә Шәйхолова үҙҙәренә йөкмәтелгән изге эште еренә еткереп, ойошҡан һәм берҙәм башҡарҙылар.
Иш янына ҡуш, тигәндәй, үҙҙәренә тәғәйен ярҙам алыусылар рәхмәт әйтеп, шатланып ҡалалар. Әлбиттә, ошо еңел булмаған осорҙа бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булып, ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙһаҡ, үҙебеҙгә изге айҙа меңләтә сауап алырбыҙ.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Ҡаранйылға ауылы.
Читайте нас в