-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Май 2020, 13:05

“Хәтер баҡсаһы” шаулап үҫһен!

Уҙған шәмбелә республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһының тәүге этабы үтте. Уның сиктәрендә уҙған Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Хәтер баҡсаһы” проектына муниципаль район хакимиәте, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, коммуналь хеҙмәттәр һәм идарасы компаниялар, үҙаллы изоляция шарттарында эшләгән ойошма-предприятиелар ҡушылды.

Акцияла ҡатнашыусылар сирҙән һаҡланыу сараларын иҫтә тотоп, социаль дистанция һаҡлап эш итте. Әлбиттә, башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда халыҡ аҙ булды, әммә тырышып эшләне.
Ғафури районы хеҙмәтсәндәре лә өмәгә әүҙем ҡушылып, 23 ойошманан 400-ләп кеше ағас ултыртыуға сыҡты. Бөтәһе 2414 ағас, шул иҫәптән 590 эре ҡарағай, шыршы һәм ҡайын ағастары, миләш, муйыл, йүкә, пихта, алмағастар ултыртылды. Красноусолда ағастар Фрунзе, Көньяҡ, Курорт урамдарында, Лубат биҫтәһендә ултыртылды.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһы – шанлы һуғыш йылдарында ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын, илебеҙҙең һәм һәр ғаиләнең тарихын хәтерләтеп торасаҡ изге башланғыс ул. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион яугир иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу күҙаллана.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас в