-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Май 2020, 12:00

Телгә һөйөү берләштерҙе

25 апрелдә тарихта тәүге тапҡыр Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант тулыһынса онлайн-форматта үтте. Был сараға Табын ауылында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылып, утыҙлаған кеше диктант яҙҙы.

Алдан уҡ акцияның сайтында теркәлеү үткән табындар диктантты һәр кем үҙ өйөндә, кемдер Башҡортостан юлдаш телеканалынан барған тура эфирҙа, кемдер социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Телһөйәрлек сараһында ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, уҡытыусылар, уҡыусылар ҙа теләп ҡатнашты. Күптәре диктантты башҡорт милли кейемендә яҙҙы. Күп милләт халҡы йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙы телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тыуған республикабыҙға булған һөйөү берләштерҙе был көндө.
Сажидә ЙӘНМЫРҘИНА.
Табын ауылы.
Читайте нас в