-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2020, 16:00

Еңеү шыршылары

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ил буйынса бик күп проекттар, акциялар тормошҡа ашырыла.

Шуларҙың береһе - һуғыш ветераны йорто алдын төҙөкләндереү маҡсатында ағастар ултыртыуға беҙҙең район да әүҙем ҡушылды. Был изге эште Красноусол коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, Еңеү ирекмәндәре башҡарып, ветерандар йәшәгән йорттар алдына йәшел шыршылар ултыртып сыҡты.
Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған йәшел шыршылар - киләһе быуындарға аяҙ күк йөҙө бүләк иткән, тыныс тормошта бәхетле йәшәргә мөмкинлек биргән яугирҙарға оло хөрмәт һәм ихтирам билдәһе ул.
Читайте нас в