-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 10:30

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән!

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хөрмәтле Ғафури районы халҡы!Һеҙҙең барығыҙҙы ла илебеҙҙең иң бөйөк байрамы - 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы бар йөрәктән ҡотлайым!

Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә 9 Май – иң изге көндәрҙең береһе. Ҡыҫҡа ғына, әммә тәрән мәғәнәгә эйә “Еңеү” һүҙе артында миллионлаған совет һалдатының ғәйрәтлелеге һәм ҡаһарманлығы, тылдағы көсөргәнешле һәм ауыр хеҙмәт тора. Беҙҙең өсөн Еңеү көнө һәр ваҡыт Тыуған илебеҙгә азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ яулаусылар өсөн ғорурлыҡ, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, бөйөклөк, рух ныҡлығы һәм ихтыяр көсө символы, Рәсәйҙең дәрәжәһе символы булып ҡала. Был көндө беҙ һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған яҡташтарыбыҙ һәм барлыҡ ил һаҡсыларын, беҙгә тыныслыҡ һәм ирек бүләк итеүселәрҙе, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа фронтта һәм тылда көрәшеүселәрҙе ҙур хөрмәт менән хәтерләйбеҙ. Бына 75 йыл инде беҙ тыныс күк аҫтында йәшәйбеҙ, йорттар төҙөйбөҙ, уңыш үҫтерәбеҙ, балалар тәрбиәләйбеҙ. Беҙҙән һуғыш йылдары алыҫлаша барған һайын совет халҡының бөйөк ҡаһарманлығын тәрәнерәк аңлай барабыҙ. Герой-азатлыҡ яулаусыларға мәңгелек дан!
Һеҙҙең алда түбәнселек менән баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һеҙгә, хөрмәтле һуғыш ветерандары, ҡаһарман тыл хеҙмәтсәндәре, һалдаттарҙың тол ҡатындары, һуғыш балалары, һуғыштан һуңғы ауыр осор быуыны! Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә бәхет һәм именлек теләйем! Һәр бер көнөгөҙ тыныс һәм күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын! Йорттарығыҙға тик һөйөнөслө генә хәбәрҙәр килеп торһон! Барығыҙҙы ла байрам менән! Бөйөк Еңеү көнө менән!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в