-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 23:05

Быуын сылбырын өҙҙө был һуғыш

Нәҫелем башы Мәүлембирҙе Сабитов-тың 9 улы була. Тап шуларҙан тыуған быуынға насип була Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙағы михнәттәр.

Шуларҙан Сәлих Хәлим улы Мәүлембирҙин (Сабитов), Сабит Хәлим улы Мәүлембирҙин, Нафиҡ Вәли улы Мәүлембирҙин, Әбделлатип Вәли улы Мәүлембирҙин, Заһиҙулла Абдулла улы Мәүлембирҙин, Зәйнулла Абдулла улы Мәүлембирҙин һуғыш яланында башын һала. Ни бары икәү генә, Хәсән Сабит улы Мәүлембирҙин менән Әбдрафиҡ Нафиҡ улы Мәүлембирҙинға ғына тыуған яҡтарға еңеү менән әйләнеп ҡайтырға насип була.
Исем-шәрифтәренән күренеүенсә, ғаиләнән бер туғандар ҙа, аталы-уллылар ҙа ҡатнаша. Яу ҡырында шәһит китеүсе лә, ҡайтыусы ла хисапланмаған яугирҙар ҙа була икән. 1926 йылғы Абдрахман Мөхәррәм улы Мәүлембирҙин, мәҫәлән, һуғышҡа алына, әммә яу яланында түгел, унан һуң, 1947 йыл әрмелә төҙөлөш фажиғәһендә вафат була. Әлбиттә, ғаиләһе ҡоролмаған, тоҡомо ҡалмаған, уның булғанлығы хаҡында ла яңыраҡ осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Зәйнулла менән Заһиҙулла ла - шулай уҡ йәшләй генә шәһит булыусылар.
Хәсән бабайым “Йондоҙ” колхозында хисапсы булып эшләй, ҡатыны менән биш бала тәрбиәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫтереп тормош юлына баҫтыра, тип әйтеп булмай, вафат булғанында кесе улына - 11, ҡыҙына 7 йәш кенә булып ҡала. Иң оҙон ғүмерле Әбдрафиҡ бабайымдың иң ҙур үкенесе ҡалды - Еңеүҙең алтмыш йыллығын туйлай алманы. Илле туғыҙ йыллыҡ тантананан ҡайтҡанда һыуыҡ тейҙереп, 12 май вафат булды.
Һуғыш афәтенең касафаты һәр нәҫелгә, һәр ғаиләгә теймәй ҡалманы. Тотош быуындар сылбырына балта сабылды. Бәләкәй саҡта олатайлыларға көнләштем. Әле иһә, эҙләнеү отрядтары табып, һөйәктәрен тыуған яғына ҡайтарып ерләү ойошторолған һалдаттарҙың ейәндәренә көнләшәм. Уларҙың олаталарының ҡәбере бар... Сәлих олатайымдан беҙҙә 1943 йыл төшөлгән, төҫө уңып йөҙө күренмәгән бер фотокарточка ғына ҡалды. Артына үҙ ҡулы менән яҙмаған булһа, белмәҫ тә инек. Латвия-ла, туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, тигән мәғлүмәт һаҡланған. Һуғыштан һуң өләсәйемә уның ике иптәше килеп, хәлдең нисек булыуын һөйләп китәләр.
- Сәлих, тегендә ат ҡазаланған, тиҙәр, әйҙә, һурпалыҡ ит алып киләйек!
- Үҙегеҙ генә барығыҙ, мин палаткала ятып торам әле...
Әйләнеп килеүҙәренә, палатка урынында - тәрән соҡор... Нисә йылдар иңгә-иң терәп күпме яуҙар үткән иптәшеңдән, әле генә һин дә мин һөйләшеп торған кешенән унда-бында ҡалған сепрәк, ит ярсыҡ-киҫәктәрен генә сүпләп алып ерләйҙәр... Ә алыҫта, Башҡортостанда, уны Гөлбикәһе, береһенән-береһе бәләкәй биш балаһы зарығып көтә...
Мин - олатайымдың иң кесе ейәнсәре. Һәм уның йәшен күптән үтеп киткәнмен. Әммә ғаиләмә, нәҫелемә яра ҡалдырған һуғыш фажиғәһе әрнеүем булып ҡала килә, арта бара...
Рәйлә САБИТОВА.
Сәйетбаба ауылы.
Читайте нас в