-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 14:00

Ҡәҙер - хөрмәттә йәшәй

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Яңы Заһит ауылында тыуып үҫкән Ғәбдрәхим Садиҡовҡа 17 йәш кенә була. 18 йәше тулыуға, йәғни 1942 йылдың авгусында ул хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

Башта Алкинола ай ярым тирәһе, һуңынан Туймазыла бер йылға яҡын кавалерия полкында һуғыш серҙәренә өйрәтәләр. 1943 йылдың майында әҙерлекле һалдаттарҙы эшелондарға тейәп, һуғышҡа оҙаталар. 2-се Белоруссия фронтының минометсылар бригадаһына тәғәйенләнә. Уларҙың полкы бик күп ҡала-ауылдарҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, һуғыш ғәрәсәтен үтә. 1945 йылдың яҙында Еңеү салюты яңғырағанда Ғәбдрәхим Берлиндан 60 саҡрым ғына ситтә була. Һуғыш тамамланғас та уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу насип булмай, 1947 йылда ғына ҡайта. Ошо уҡ йылда ауылдашы Ғилмийыһанға өйләнеп, донъя көтә башлайҙар, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Тыуып үҫкән ауылдары бөтөүгә дусар булғас, Красноусолға килеп төпләнәләр. Тормош юлдашы мәрхүмә булһа ла, ҡартлығы бәхетле уның. Бөгөнгө көндә Ғәбдрәхим Саттар улы үҙенең оҫта ҡулдары менән һалып сыҡҡан йортта кесе улы Ринаттың ғаиләһе менән татыулыҡта, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ғүмер йомғағын һүтә.
Читайте нас в