-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Май 2020, 15:30

Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә

Олатайым Миңлеәхмәт Хисмәт улы Килмөхәмәтов 1925 йылда донъяға килеп, Ибраһим ауылында тыуып үҫкән. Уның дүрт ағаһы һәм өс апаһы булып, улар бик татыу йәшәгәндәр, эшһөйәр булып үҫкәндәр.

1941 йылдың 22 июнендә немец илбаҫарҙары илебеҙгә үтеп инеп, аяныслы һуғыш башлана. Олораҡ ир-егеттәр бер-бер артлы һуғышҡа китеп, үлем хәбәрҙәре лә килә башлай. Олатайыма ул ваҡытта 16 ғына йәш була. 1942 йылдың көҙөнә олатайым һуғышҡа алына. Алкино ҡасабаһында әҙерлек курстары үткәндән һуң Карелия фронтына оҙатыла.
Бик ауыр осор була. Аслыҡ, сатлама һыуыҡтар, яндырылған ауыл-ҡалалар... 1943 йылдың август айында олатайым ҡаты яралана. Яндарында ғына бомба шартлай һәм ул тупраҡ аҫтына күмелеп ҡалған була. Уны яҡташы, күрше ауыл егете Хәйҙәр ағай Лоҡманов тупраҡ араһынан соҡоп сығарып, санитарҙарға тапшыра. 4 ай госпиталдә дауалана һәм яңынан сафҡа баҫа.
- Ул Хәйҙәр ағайға ғүмер буйы рәхмәттәр уҡыны, осрашып торҙолар, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә торғайнылар, - тип һөйләгәйне Ғәлинур бабайым.
Смоленскиҙы азат иткәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Карелия һәм Төньяҡ фронттары өсөн алған наградалары ла бар. Олатайым һуғыштан 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайтып, өләсәйем Нәсимә менән өйләнешәләр. Өләсәйем ике ҡолағы ла ишетмәгән һаңғырау егет менән ҡайһылай итеп йәшәргә, тип ҡайғыра ла, шул уҡ ваҡытта ла шатлана ла. Дауаланыуҙар үҙ эҙемтәһен бирә, олатайым яйлап һауыға. Ул оҙаҡ йылдар бригадир була, ә өләсәйем колхозда сөгөлдөр үҫтерә. Олоғайғас колхоздың бал ҡорттарын ҡараны. Бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырманы. Ә инде ғәрәсәтле һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Күҙ йәштәрен йәшереп: “Башҡа һуғыш күрергә яҙмаһын!” – тип кенә ҡабатлай торғайны.
Олатайым үҙенең наградаларын, II дәрәжә Ватан һуғышы орденын оҙаҡ көттө. Билдәһеҙ сәбәптәр менән документтар юғалған икәнен дә белде, ләкин көттө. 1991 йылда олатайым донъя ҡуйҙы, ә 1992 йылда Нәсимә өләсәйемә көтөп тә алалмаған орденын тапшырғандар. Бик үкенесле, әлбиттә.
Ағайым былтыр мине Өфөлә Еңеү парадында ҡатнашырға алып барғайны. Ҙур ғорурлыҡ менән олатайымдың фотоһүрәтен тотоп барҙым. Ә Фәнир ағайым Мәскәү ҡалаһында “Үлемһеҙ полк”та үтте.
Беҙҙең эргәбеҙҙә олатай, өләсәй күптән юҡ инде, әммә минең йөрәгемдә улар мәңге һаҡланасаҡтар. Мин уларға рәхмәтлемен. Беҙҙең ғаиләлә ҡәҙерле кешеләремә ҡарата һөйөү, иҫтәлек һаҡлана. Еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, һуғыш ҡабатланмаһын.
Сынғыҙ КИЛМӨХӘМӘТОВ,
5-се класс уҡыусыһы.
Ибраһим ауылы.
Читайте нас в