-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Май 2020, 12:20

Эш ҡыҙыу бара

Районыбыҙҙың фермер хужалыҡтары баҫыуҙарында ла сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле. Фермер Николай Карпуниндың сәсеүлектәре 139 гектар тәшкил итә. Быйыл ул арпаны – 40, ярауай бойҙайҙы – 10, суданка үләнен 20 гектар сәсергә планлаштырған. Ҡалған майҙандарҙы күп йыллыҡ үләндәр биләй.

Беҙ хужалыҡта булғанда Яңғыҙҡайын ауылынан хаҡлы ялдағы тәжрибәле механизатор Ришат Миңлебаев улы Азамат менән арпа сәсеүҙә мәшғүл ине. Уларға хужалыҡҡа практикаға килгән Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының 3-сө курс студенты, Мораҡ ауылынан Никита Йосопов ярҙам итә. Баҫыуҙарҙы Владислав Килдебаев катуклай.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в