-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май 2020, 11:25

Яҙ ҡояшылай нурҙар бөркөп...

Гөлфиә Зәйнешева яҙ айының илаһи бер мәлендә - бар тереклек йәшәреп сәскә атҡан, ҡоштар һайрап туймаған йәмле май айында Ерек ауылында донъяға килгән. Шуғалыр ҙа уның менән аралашҡанда ла рәхәт, киң даирәле, алсаҡ, ихлас, яҙ ҡояшы кеүек нур бөркөлөп тора үҙенән.

1977 йылда Бурлы урта мәктәбен тамамлағас, ниндәй һөнәр һайларға тип уйланып тормай Гөлфиә Кашаф ҡыҙы, атаһынан, инәһенән, олатаһынан, апай-еңгәләренән күреп, бала саҡтан күңеленә һалып ҡуйған һатыусы һөнәрен үҙләштерергә Талбазыға юллана. 1978 йылда бар күңелен, дәртен һалып Красноусол сельпоһында һатыусы булып эш башлай. Үҙенә тәғәйен эште намыҫлы, етди башҡарыусы йәш ҡыҙҙы артабан үҫтерергә кәрәклекте күреп, 1981 йылда Бөрө ҡалаһына уҡырға ебәрәләр. Һөнәрен камиллаштырып, уҡып ҡайтҡандан һуң “Весна” магазинына мөдир итеп ҡуялар. Кеше менән уртаҡ тел таба белеүе магазиндың ассортиментын бай тоторға, кәрәкле тауарҙарға өҙөклөк булдырмауға булышлыҡ итә. Бында яҡшы эшләгәне өсөн, биш йыллыҡ еңеүсеһе булып, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” значогы менән бүләкләнә. Эшләгән ваҡытта фоторәсеме "Башпотребсоюз", райком, райпотребсоюз, Красноусол сельпоһының Почет таҡталарынан төшмәй. Ә инде 1986 йылда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы тапшырыла. Тырыш, ныҡышмал ҡыҙ өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалмай, 1986-1988 йылдарҙа ситтән тороп Башҡортостан кооператив техникумын тамамлай. Ике саҡырылыш Красноусол ауыл Советына депутат итеп тә һайлайҙар үҙен.
- Нәҫелдән килгән тип әйтәйемме, бала саҡта яратып һайлаған һөнәремде һаман һағынам. Ваҡытында тырышлығымды баһалап, хөрмәтләп торғандары өсөн дә рәхмәтлемен. Путевка менән Румыния, Чехословакия, Венгрияла булырға тура килде, - тип үткәндәрен хәтерләй ул.
1997 йылда Ташбүкән ауылы егете Минияр Миниәхмәт улына тормошҡа сығып, ҡыҙҙары Лианаға һәм улдары Линарға ғүмер бүләк итәләр. Гөлфиә Кашаф ҡыҙы сауҙа өлкәһендәге үҙгәрештәр сәбәпле лә, балалары бәләкәй булғанлыҡтан да икенсе эшкә күсеп, социаль хеҙмәткәр булып эш башлай. Бында эшләгән ваҡытында ла район Советының, ойошмаһының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булһа ла, һәр танышы менән аралашырға ла, уларға күңел йы-уанысы булырға, кәңәш-төңәш бирергә лә ваҡытын йәлләмәй. Үҙенә күрә психолог хеҙмәтен дә башҡара кеүек. Шуға ла Гөлфиә Кашаф ҡыҙы янында бар һорауға яуап табып, бөтә уйҙарың хәл ителә. Күп йылдар балалары уҡыған Красноусол башҡорт гимназия-интернатында атай-әсәйҙәр комитеты рәйесе булып та торған. Хәҙер ҡыҙҙары Лиана медицина университетының икенсе курсында уҡып йөрөһә, Линар быйыл гимназияның 11-се класын тамамлай. Балалары ла тәртипле, өлгөлө булыуҙары, яҡшы уҡыуҙары менән айырылып тора. Әлеге көндә тормош иптәше Ямал утрауында эшләп йөрөй. Хужабикәнең аш-һыуға оҫта булыуын да әйтеп китмәү мөмкин түгел. Телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡ, сәк-сәктәре үҙҙәренең туғандары, таныштары үткәргән Ҡөрьән, юбилей табындарын биҙәй.
Эргә-тирәләгеләргә һәр саҡ миһырбанлы, изгелекле, балаларына ғәзиз инәй, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын булып тыныс күңел менән ғүмер баҫҡысына күтәрелә бөгөн Гөлфиә Кашаф ҡыҙы. Кеше араһындағы бөртөкләп яуланған ысын абруй бәхетле итә уны. Яҡындарын, таныштарын йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы менән һөйөндөрөп, кәңәштәрен йәлләмәй өләшеп, киләсәктә лә нур бөркөп, шат йылмайып йәшәргә яҙһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в