-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2020, 12:00

Бер быуат ғүмер

Дәһшәтле һуғыш осорон, унан һуңғы ауыр йылдарҙы кисереп, илебеҙ ни күрһә шуны күреп, әммә ауырлыҡҡа бирешмәйенсә ошо көндәргә тиклем матур килеш, аҡыл менән донъя көтөргә ынтылыусы “ил инәһе” ул – Маһира Мансур ҡыҙы Ғарифуллина (Мәүлетҡолова). Бер быуат ғүмер кисергән ил инәһе 1920 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған.

Һуғыш ветераны Хәбибулла Ғарифуллин менән 49 йылдан артыҡ матур ғүмер кисергәндәр. Туғыҙ балаларын иҫән-һау үҫтереп, юғары белем биргәндәр. Хәбибулла Зиннәтулла улы инвалид булып һуғыштан ҡайтҡас та бирешмәгән, ҡатынына ярҙам итеп, күркәм итеп донъя көткәндәр.
Маһира Мансур ҡыҙының һуғыш ваҡытында эшләгәндәренә Юғары Совет биргән “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” тигән миҙалы бар. Шуға ла Кремлдән Ҡотлау открыткалары килеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Һуғыш афәттәрен күргән ауылдаштарын барлап сыға. Ауылдаштарының хәл-әхүәлен белешеп, сәләм тапшырып тороуҙарына һөйөнә. Күпте күргән, кисергән, һәр саҡ матур тормош көткән әсә балаларына рәхмәттәр әйтеп, Хоҙайға шөкөр итеп, оло юбилейын ҡаршылай.
Ул 12 балаға ғүмер биреп, һуғыштан һуң 9 балаһы иҫән-һау үҫкәндәр, әле алтыһы иҫән. Ике ҡыҙы уҡытыусы–математиктар, нефтсе, химик, иҡтисадсы, юрист һәм ябай эшселәр. Маһира Мансур ҡыҙы баҡсала һуған, бәрәңге үҫтереп тә элегерәк сельпоға тапшырыр булған. 87 йәшенә тиклем һыйыр һауып, баҡса утап, ҡорот, май эшләп балаларына таратҡан. Хәҙер инде 100 йәштә ҡыҙҙары ҡулында телевизорҙан ишеткәндәрен абайлап, тыңлап ултыра. “Эй, Хоҙайым, донъялар имен була күрһен инде”, - тип уфтанып та ала.
11 ейән-ейәнсәре, 19 бүлә-бүләсәре, 1 тыуары бар ил инәһенең. Бер быуатлыҡ юбилейын биш ҡыҙы, бер улы (барыһы ла пенсионерҙар) менән өс быуынға тиклем 35 бала-сағаһының ҡотлауҙарын алып, шатлыҡ-ҡыуаныста, һаулыҡ-именлектә үткәрергә яҙһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в