-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2020, 13:25

Рейдтар үтә

12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимына үҙгәрештәр индергән Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы кинотеатрҙар, бассейндар, фитнесс-клубтар, музейҙар, балалар уйын бүлмәләре, секциялар, төнгө клубтар, мунса-сауналар әлегә асылмай. Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәү шарты менән башҡа тармаҡтар эш башланы.

Үҙгәрештәргә бәйле, ра-йон хакимиәтенең иҡтисад бүлеге һәм эшҡыуарлыҡ секторы белгестәре сауҙа нөктәләре, йәмәғәт туҡланыу урындарына, халыҡты хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға рейдҡа сыҡты. Бар һатыусыларға Указдың төп талаптары, улар үтәлмәгән осраҡта һалынасаҡ штрафтар тураһында иҫкәртмәләр таратылған. Штрафтар граждандарға – 1 меңдән 30 мең һумға тиклем; вазифа биләүселәргә – 10 меңдән 50 мең һумға тиклем;
ойошма булараҡ теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә – 30 меңдән 50 мең һумға тиклем; ойошмаларға – 100 меңдән 300 мең һумға тиклем. Әгәр ҡабаттан тикшереү осрағында ла тәртип боҙоуҙар асыҡланһа, объект ябыла.
Читайте нас в